Рух
+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
10 Февраль 2023, 11:14

ТӨРӨМБӘТ АУЫЛЫНДА ЯУГИРҘЫ ТЫУҒАН КӨНӨ МЕНӘН ҠОТЛАНЫЛАР

Ул 8 февралдә тыуған. Ошо көндө ауыл мәҙәниәт йорто хеҙмәткәрҙәре мобилизацияланған һалдаттың өйөнә килделәр.  

ТӨРӨМБӘТ АУЫЛЫНДА ЯУГИРҘЫ ТЫУҒАН КӨНӨ МЕНӘН ҠОТЛАНЫЛАР
ТӨРӨМБӘТ АУЫЛЫНДА ЯУГИРҘЫ ТЫУҒАН КӨНӨ МЕНӘН ҠОТЛАНЫЛАР

Ул 8 февралдә тыуған. Ошо көндө ауыл мәҙәниәт йорто хеҙмәткәрҙәре мобилизацияланған һалдаттың өйөнә килделәр. Улар ҡыйыу, эшсән, көслө рухлы ул үҫтергән өсөн ата-әсәгә ҙур рәхмәттәрен белдерҙеләр, уларҙы ҡотланылар.

“Беҙ һалдатты тыуған көнө менән ҡотлайбыҙ, уңыштар, һаулыҡ, ҡыйыу булыуын теләйбеҙ. Бөгөн махсус операцияла ҡатнашҡан барлыҡ ир-егеттәрҙең еңеү менән әйләнеп ҡайтыуҙарын көтәбеҙ!”, - тип теләктәрен белдерҙеләр.

Имен-һау, һөйөнөстәр менән тыуған яҡтарығыҙға әййләнеп ҡайтығыҙ, яугирҙар!

Сығанаҡ: Төрөмбәт ауылы мәҙәниәт йорто.

Автор:Равиля Бардыбаева
Читайте нас: