Рух
+23 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
10 Ноябрь 2022, 10:34

ПОЛИЦИЯ КӨНӨ МЕНӘН!

Бөгөн эске эштәр органдары хеҙмәткәрҙәре һәм ветерандары һөнәри байрамдарын билдәләй. Уларҙы Ауырғазы районы хакимиәте башлығы Арыҫлан Шәһәретдинов социаль селтәрҙәр аша ла ҡотланы. Полиция һөнәре – иң кәрәкле һәм мөһим һөнәрҙәрҙең береһе. Йәмәғәт тәртибен, кешеләрҙең ғүмерен, хәүефһеҙлеген, хоҡуҡтарын һаҡлау – был, ысынлап та изге, шул уҡ ваҡытта ҡатмарлы, йыш ҡына хәүефле лә эш. Бында ихтыяр көсө, намыҫлылыҡ, юғары көсөргәнешле йөкләмәләргә бирешмәйенсә, ҡануниәткә һәм илебеҙ халҡы мәнфәғәтенә тоғро хеҙмәт итеү талап ителә. Һәр ваҡытта ла хоҡуҡ һаҡлау органдары хеҙмәткәрҙәре енәйәтселек менән көрәшеүҙең алғы һыҙығында, конституция һағында һәм райондың тотороҡло, хәүефһеҙ тормошон тәьмин итә.  Енәйәтселеккә ҡаршы көрәштә, йәштәрҙе тәрбиәләү буйынса йәмәғәт эшендә индергән баһалап бөткөһөҙ өлөшөгөҙ өсөн рәхмәт белдерәм. Ныҡлы һаулыҡ, бәхет, уңыштар, именлек теләйем. Байрам менән! #АрсланШагаретдинов #Аургазинскийрайон #Деньполиции #Настражепорядка

ПОЛИЦИЯ КӨНӨ МЕНӘН!
ПОЛИЦИЯ КӨНӨ МЕНӘН!

Бөгөн эске эштәр органдары хеҙмәткәрҙәре һәм ветерандары һөнәри байрамдарын билдәләй.

Уларҙы Ауырғазы районы хакимиәте башлығы Арыҫлан Шәһәретдинов социаль селтәрҙәр аша ла ҡотланы.



Полиция һөнәре – иң кәрәкле һәм мөһим һөнәрҙәрҙең береһе. Йәмәғәт тәртибен, кешеләрҙең ғүмерен, хәүефһеҙлеген, хоҡуҡтарын һаҡлау – был, ысынлап та изге, шул уҡ ваҡытта ҡатмарлы, йыш ҡына хәүефле лә эш. Бында ихтыяр көсө, намыҫлылыҡ, юғары көсөргәнешле йөкләмәләргә бирешмәйенсә, ҡануниәткә һәм илебеҙ халҡы мәнфәғәтенә тоғро хеҙмәт итеү талап ителә.


Һәр ваҡытта ла хоҡуҡ һаҡлау органдары хеҙмәткәрҙәре енәйәтселек менән көрәшеүҙең алғы һыҙығында, конституция һағында һәм райондың тотороҡло, хәүефһеҙ тормошон тәьмин итә.

 Енәйәтселеккә ҡаршы көрәштә, йәштәрҙе тәрбиәләү буйынса йәмәғәт эшендә индергән баһалап бөткөһөҙ өлөшөгөҙ өсөн рәхмәт белдерәм.

Ныҡлы һаулыҡ, бәхет, уңыштар, именлек теләйем.

Байрам менән!


#АрсланШагаретдинов
#Аургазинскийрайон
#Деньполиции
#Настражепорядка

Автор:Равиля Бардыбаева
Читайте нас: