0 °С
Болотло
1941-се йылдың 22-се июне таңында фашистик Германия ғәскәрҙәре иҫкәртеүһеҙ Советтар Союзына баҫып инә.
4 йыл дауам иткән һуғышта рәсми мәғлүмәттәр буйынса 27 миллион кешенең ғүмере өҙөлгән, йөҙҙәрсә мең ауыл һәм ҡала ер менән тигеҙләнгән.
Башҡортостандан фронтҡа 700 меңгә яҡын ир-ат һәм ҡатын-ҡыҙ китә.
Күрһәткән батырлыҡтары өсөн 278 яугир Советар Союзы Геройы, ә 35 кеше Дан орденының тулы кавалеры исемдәренә лайыҡ була.
Илебеҙ Бөйөк Ватан һуғышы ҡаһармандарының, тыл ветерандарының батырлығын хөрмәтләп иҫкә ала.
Егерме икенсе июнь Рәсәй халҡы өсөн ҡайғы һәм хәтер көнө.