Рух
-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
24 Апрель 2022, 20:20

КҮҢЕЛ САҠЫРЫУЫ БУЙЫНСА ТЫУҒАН АУЫЛДАРЫНА ЯРҘАМ ИТӘЛӘР

«Атайсал» — республикала үткән йылдың 1 мартынан тормошҡа ашырыла башлаған проект. Ул тыуған ерҙәрендә төрлө хәйриә эше алып барыусыларҙы берләштерә. Ошо проект сиктәрендә Ауырғазы районында ла төрлө эштәр башҡарыла.

КҮҢЕЛ САҠЫРЫУЫ БУЙЫНСА ТЫУҒАН АУЫЛДАРЫНА ЯРҘАМ ИТӘЛӘР
КҮҢЕЛ САҠЫРЫУЫ БУЙЫНСА ТЫУҒАН АУЫЛДАРЫНА ЯРҘАМ ИТӘЛӘР

«Атайсал» проекты ярҙамында көҙ көнө Нуғаҙаҡ ауылында мәктәп янында Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булыусыларға бағышлап мемориал асылды.

Был башланғыстың бағыусыһы «Салауат» крәҫтиән-фермер хужалығы директоры Василий Федоров Ул ауылдаштарына ярҙамдары өсөн, шулай уҡ был идеяны тормошҡа ашырыусы Өфө архитекторы Хәлит Ғәлиуллинға рәхмәтле. Һалдат скульптураһы янында ошо ауылдан Ватанды һаҡларға китеп, әйләнеп ҡайта алмаусыларҙың исемдәре яҙылған.

«Һәйкәлде асыу – беҙҙең районыбыҙ өсөн әһәмиәтле ваҡиға. Беҙ быуындар бәйләнешен тергеҙәбеҙ. Был һуғышта һәләк булыусыларҙың хәтерен һаҡлау ғына түгел, йәш быуын өсөн батырлыҡ һәм намыҫ өлгөһө», - тине Арыҫлан Нәзир улы һәйкәлде асыу тантанаһында.

Автор:Равиля Бардыбаева
Читайте нас: