Рух
0 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
12 Апрель 2022, 10:01

ХӘТЕРЛӘЙБЕҘ! ДАНЛАЙБЫҘ! ҒОРУРЛАНАБЫҘ!

Беренсе чечен һуғышы 1994 йылдың 11 декабренән 1996 йылдың 31 авгусына тиклем дауам итә, унда Ауырғазы кү профилле колледжын тамамлаусылар ҙа ҡатнаша. Шуларҙың береһе - Вәлитов Ренат Хәтмулла улы тураһында был мәҡәлә.

ХӘТЕРЛӘЙБЕҘ! ДАНЛАЙБЫҘ! ҒОРУРЛАНАБЫҘ!
ХӘТЕРЛӘЙБЕҘ! ДАНЛАЙБЫҘ! ҒОРУРЛАНАБЫҘ!

Рәсәйҙә элек-электән шулай булған: илебеҙ тарихы - ул хәрби батырлыҡ тарихы. Донъялағы башҡа бер дәүләт тә үҙ тарихында Рәсәй иңенә төшкән тиклем һуғыштар үткәрмәгән.

Бөгөнгө һуғыштар һәр ваҡытта ла нигеҙле түгел, ҡайһы берҙә беҙҙең өсөн сит булған идеялар арҡаһында һәләк булалар. Һуғыштан әйләнеп ҡайтҡан егерме йәшлек ветерандарға яңы ысынбарлыҡҡа ҡайтыу һәр саҡта ла еңел булмай. Шул саҡта һорау тыуа, һуғыштың һөҙөмтәһе ниндәй: ҡан ҡойоштоң мәғәнәһеҙлегеме? Йөҙҙәрсә мең кешенең үлем хаҡы менән хаталаныумы? Әллә еңеүме? Меңләгән йәрәхәтләнгән яҙмыш хаҡы менән тыныслыҡ булдырырға маташыу менән ғорурланыу. Был һуғыштар тураһында күптәр белмәй. Күптәргә һуғыш барлыҡҡа килеүҙең сәбәптәре, ваҡиғаларҙың нисек барыуы билдәһеҙ.

Бөгөнгө көндә бөтә ерҙә лә Рәсәй Федерацияһы мәнфәғәттәренә ҡағылған этник-ара һәм конфессия-ара локаль конфликттар ҡуҙғатыла. Һәр быуындың үҙ һуғышы бар: Бөйөк Ватан һуғышы, Афғанстан, Чечня... бөтә был һуғыштар беҙҙең йөрәктәрҙә ауыр эҙ ҡалдырған. Ваҡыт үтеү менән әһәмиәте юғалмаған, яңынан-яңы һығымталар яһауға кил-тергән тарихи ваҡиғалар бар. Чечен локаль һуғышы ла ҙур иғтибар тыуҙырҙы, ул ике осорҙа, өҙөклөк менән үтте. Чечнялағы һуғыш ике яҡтан 120 меңдән ашыу кешенең ғүмерен өҙҙө һәм рәсәйҙәргә бер нисә миллиард долларға төштө. Ике чечен һуғышында 600 меңдән ашыу  һалдатыбыҙ ҡатнашты.

Беренсе чечен һуғышы 1994 йылдың 11 декабренән 1996 йылдың 31 авгусына тиклем дауам итә, унда беҙҙең колледжды тамамлаусылар ҙа ҡатнаша.

Шуларҙың береһе - Вәлитов Ренат Хәтмулла улы. Ул 1976 йылдың 12 июнендә Ауырғазы районының Талбазы ауылында тыуған һәм ғаиләлә берҙән-бер бала булған. 1983 йылда хәҙерге лицейҙың 1-се класына уҡырға инә, тырыш һәм тыңлаусан уҡыусы була. 1991 йылда, туғыҙынсы класты тамамлағандан һуң, Талбазы ауылының 82-се һөнәрселек-техник училищеһында (хәҙерге Ауырғазы күп профилле колледжы) «Электр ҡорамалдарын хеҙмәтләндереү һәм ремонтлау буйынса электромонтер» һөнәре буйынса уҡыуын дауам итте. Тик «яҡшы» билдәләргә генә уҡыны. Әүҙем, ярҙамсыл һәм аралашыусан булыуы менән иҫтә ҡалған. «Йәшлек» клубында кластан тыш сараларҙа ҡатнашты. 1994 йылда 82-се һөнәрселек училищеһын тамамлағандан һуң, Рәсәй Армияһы сафына алынды. Омск ҡалаһында биш айлыҡ әҙерлек үткәндән һуң, Тула Гвардия десант дивизияһына механик-водитель итеп ебәрелә.

Әсәһе Зилә Ишбулды ҡыҙы әйтеүенсә, Ренат даими рәүештә хаттар яҙған, йорт һәм район яңылыҡтары, үҙе үҫтергән йорт ҡуяндары менән ҡыҙыҡһынып торған. Улынан һуңғы хатты әсә 1994 йылдың 3 декабрендә ала. Унда ул 1995 йылдың ғинуарында парашют-десант ротаһы составында Чечен Республикаһына ебәреүҙәре хаҡында яҙа. 1995 йылдың 19 ғинуарында десант хәрби машиналары колоннаһы засадаға эләгә, рядовой Вәлитов Ренат Хәтмулла улының машинаһы зыян күрә. Һуғыш барышында Ренат күкрәк ситлегендәге һәм ҡорһағындағы күп һанлы пуля яраларынан һәләк була. Туғандары һәм яҡындары өсөн был ҙур тетрәнеү булды. Һуңыраҡ әсәгә «Вәлитов Ренат Хәтмулла улының хәрби бурысын үтәгәндә, биргән антына тоғро ҡалып, ныҡлыҡ һәм ҡыйыулыҡ күрһәтеп, 1995 йылдың 19 ғинуарында һәләк булыуы» тураһында хәбәр ҡағыҙы килә. Үлгәндән һуң Батырлыҡ ордены менән бүләкләнгән. 1995 йылдың 3 февралендә Вәлитовтың кәүҙәһе Талбазыға. килтерелә һәм ер ҡуйынына тапшырыла.

Герой яҡташтарыбыҙҙың батырлыҡтары онотолмай. Райондың хәрби хәрәкәттәр һәм хәрби хеҙмәт ветерандары яҡташтарын иҫкә алыуға намыҫ һәм ғорурлыҡ менән ҡарай. Талбазының бер урамына Вәлитов хөрмәтенә уның исеме бирелгән. Күргәҙмәлек нығыраҡ тәьҫир итеүе, уҡыусының шәхесен патриотик рухта тәрбиәләүе бер кемгә лә сер түгел. Шуға күрә колледж музейында локаль һуғыштарҙа ҡатнашыусыларҙың (колледжды тамамлаусыларҙың) бөтә материалдарын системаға һалыу һәм мөйөш булдырыу тураһында ҡарар ҡабул ителде. «Һуғыш ветерандары» стендында был сараларҙа ҡатнашҡан беҙҙең сығарылыш уҡыусылары тураһында мәғлүмәт бирелгән. Йыл һайын кластан тыш саралар һәм хәтер сәғәттәре уҙғарыла, ә холдағы беренсе ҡатта мәғлүмәт стенды ҡуйылған.

Был һуғыштар фажиғәле биттәре менән халыҡ хәтерендә ҡаласаҡ. Хәрби ваҡиғаларҙы ҡайтанан баһалауға ҡарамаҫтан, совет һәм Рәсәй һалдаттарының батырлығы лайыҡлы булып ҡала. Яугирҙең батырлығы - ул ышаныс, бурыс, ант ҡаһарманлығы.

Ауырғазы күп профилле колледжы уҡытыусыһы Э. ЯНСАЕВА.

Автор:Равиля Бардыбаева
Читайте нас: