Рух
+17 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
22 Март 2022, 10:50

БАЛАЛАР ҺӘМ ЮЛ

БАЛАЛАР ЮЛ ФАЖИҒӘЛӘРЕНӘ ЙЫШЫРАҠ ӨЛКӘНДӘР ҒӘЙЕБЕ МЕНӘН ЭЛӘГӘ

БАЛАЛАР ҺӘМ ЮЛ
БАЛАЛАР ҺӘМ ЮЛ

Рәсәй Дәүләт автоинспекцияһы мәғлүмәттәре буйынса, илдә ун йыл эсендә юл-транспорт ваҡиғалары һаны - өстән бер өлөшкә, үлем осраҡтары ике тапҡырға тиерлек кәмегән. Мәғлүмәти пропаганда кампаниялары, водителдәрҙең тәртибенә контроль, уларҙың яуаплылығын көсәйтеү кеүек саралар комплексы быға булышлыҡ итә.

Һуңғы ике йылда пандемик сикләүҙәр ҙә күрһәткестәрҙе кәметергә ярҙам итте. Ләкин Башҡортостанда, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, эштәр ул тиклем үк уңышлы түгел.

Былтыр, республика башлығы Радий Хәбиров һүҙҙәренсә, юлдарҙа үлемесле юл-транспорт ваҡиғаларының артыуы күҙәтелде. Ул 20 ҡала һәм районда билдәләнде, иң күп һәләк булыусылар Өфө, Күмертау ҡалаларында, Туймазы, Өфө, Әбйәлил, Кушнаренко һәм ҡайһы бер райондарҙа булды. 2021 йылда республика юлдарында 22 бала һәм 458 өлкән кеше һәләк булған, был унан алдағы йылға ҡарағанда 25 кешегә күберәк. Ғәжәп, ләкин был осраҡта юл-транспорт ваҡиғаларының дөйөм һаны кәмегән.

- Ғәҙәттә, бөтә ваҡиғаларҙың нигеҙендә кеше факторы ята - юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен үтәмәү, ваҡиғаларға еңелсә ҡарау, водителдең иҫерек булыуы, - тип билдәләй республиканың ЮХХДИ идаралығы начальнигы Владимир Севастьянов.

Бәлиғ булмағандар ҡатнашлығындағы юл фажиғәләренә килгәндә, республиканың баш автоинспекторы һүҙҙәренсә, уларҙың күпселегендә өлкәндәр ғәйепле. Һүҙ водителдәр хаҡында ғына түгел, зыян күргәндәрҙең ата-әсәләре хаҡында ла бара. Улар кәрәкле хәүефһеҙлек сараларын күрмәйҙәр, балаларҙы юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен үтәргә өйрәтмәйҙәр.

- Белем биреү йорттарында профилактик эштәрҙе даими алып барабыҙ, әммә, асыҡланыуынса, акцент дөрөҫ яһалмаған: балалар үлеме һанына ҡарағанда, ата-әсәләр менән күберәк эшләргә кәрәк, - тип һыҙыҡ өҫтөнә алды ул.

Һаҡһыҙлыҡ нимәгә килтереүен түбәндәге осраҡтар күрһәтә. 2021 йылдың мартында Сибайҙа уҡыусы ҡыҙ фажиғә ҡорбаны булды. Ул атаһы менән юл аша сыға, ләкин юл уртаһында ҡапыл алға ынтыла. Шул уҡ йылдың мартында Өфөлә һигеҙ йәшлек малай тәгәрмәс аҫтына эләккән. Ул самокаттағы светофорҙың йәшел сигналына юл аша сығып барған.

Май айында Октябрьскийҙа мәктәпкә һуңлап килгән һигеҙ йәшлек ҡыҙ ҡапыл автомобиль алдынан юлға йүгереп сыҡҡан һәм бәрҙереп киткән. Белоретта самокатта йәйәүлеләр үткәүеленән сығып барған һигеҙ йәшлек ҡыҙыҡайҙы бәрҙергәндәр. Ул машинанан алыҫ түгел юлға сыҡҡан. Өфөлә электр самокаты аша сығып барған 17 йәшлек үҫмер бәрелгән.

Был киң мәғлүмәт сараларында баҫылып сыҡҡан бер нисә осраҡ ҡына. Әлбиттә, был юл-транспорт ваҡиғаларының күбеһендә водителдәрҙең ғәйебе бар, ләкин балалар юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен үтәһә һәм айыҡ аҡыл менән эш итһә, уларҙы булдырмаҫҡа мөмкин. Әгәр ата - әсәләр балаларын быға тейешле өйрәтһә, һәм уларҙың нисек үтәлеүен күҙәтеп барһа, улар яҡшы аңлар ине.

Йәштәрҙе, ғөмүмән, йәйәүлеләрҙе йәнә бер хәүеф һағалай: уларҙың виртуаль донъяға мөкиббән китеүе ҡамасаулай. Ҡайһы бер үҫмерҙәр хатта йәнле урам буйлап гаджетҡа терәлеп йә иһә ярым йомоҡ күҙҙәр менән, тотошлай наушниктарҙа яңғыраған музыкаға бирелеп йөрөргә ғәҙәтләнгән. Шул уҡ ваҡытта Өфөлә водителдәрҙең машинаны артҡа биреүенә бәйле бик күп юл-транспорт ваҡиғалары теркәлә. Бигерәк тә бейек кабиналарҙан яҡынайған баланы күреүе ситен булған сүп-сар ташыусы машиналар хәүефле.

«Хәүефһеҙ һәм сифатлы автомобиль юлдары» милли проектының «Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге» федераль проекты хәүефһеҙлекте арттырыу, юл-транспорт ваҡиғаларын, балаларҙың имгәнеүен иҫкәртеү буйынса сараларҙы күҙ уңында тота. Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеген пропагандалауға былтыр федераль ҡаҙнанан 11 миллион һум бүленгән. Көн һайын республиканың үҙәк телеканалдарында эфирға сыҡҡан роликтар төшөрөлгән. Балаларҙың имгәнеүен иҫкәртеү буйынса муниципаль үҙәктәр асыла, балалар баҡсаларында һәм мәктәптәрҙә төрлө саралар уҙғарыла. Ғинуарҙа «Ғаилә - юл хәрәкәте ҡағиҙәләре яҡлауында» республика яңы йыл ғаилә фотоһүрәттәре конкурсы уҙҙы. Мәктәптәрҙә йәш хәрәкәт инспекторҙары отрядтары - юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен үтәүҙе пропагандалаусы ижади берекмәләр төҙөлдө.

Шул уҡ ваҡытта балаларҙың юлдағы тәртибе уларҙың бер үк ҡағиҙәне бер нисә тапҡыр ҡабатлауына түгел, ә ата-әсәләренең үҙҙәренең тәртибенә бәйле булыуы билдәле. Мәҫәлән, бала атаһының йәки әсәһенең светофорҙың ҡыҙыл сигналына йәки ярамаған урынға юл аша сығыуын күрһә, үҙ-үҙеңде тотоу моделе автоматик рәүештә күсерелә. Балалар башҡаса күрә Тағы ла бер аңлатма бар: ни өсөн юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен механик рәүештә ятлау кәрәкле һөҙөмтәләр килтермәүе мөмкин. Психологтар раҫлауынса, йәш үҙенсәлектәренә бәйле балалар юлдағы хәлде өлкәндәрҙекенә ҡарағанда бөтөнләй башҡаса ҡабул итә. 3 - 4 йәшендә сабый машинаны тулыһынса туҡтатыу өсөн күпмелер ваҡыт кәрәклеген аңламай. 6 йәшкәсә балалар шау-шыу сығанаҡтарын насар билдәләй, автомобиль ҡайҙан килеүен тауыштан билдәләй алмай. 7 - 8 йәшкә тиклем балаларҙың «тоннель» күреү һәләте өҫтөнлөк итә: улар эргә-тирәләге предметтарҙы насар күрә. Шуға күрә баланы урам аша сыҡҡанда һулға һәм уңға ҡарарға өйрәтеү мөһим.

Кәүҙәгә ҙур булмауы сәбәпле, балаға юлдағы хәлде, водителгә лә уны, айырыуса ҙур габаритлы автомобилдән күреп ҡалыуы ауыр. Балалар хәүефкә башҡаса ҡарай: унауһының туғыҙы, үҙҙәренә табан килгән автомобилде күргәс, йөҙөн ҡулдары менән ҡаплап, урынында ҡатып ҡаласаҡ. Бәләкәй балалар тиҙлеккә ҡарағанда ҙур габариттарҙан ҡурҡа, йәғни әкрен барған «Камаз» уларға тиҙ йөрөгән еңел машинаға ҡарағанда хәүефлерәк тойола. Ә бына ата-әсәләренең машинаһы бер ниндәй ҙә ҡурҡыныс тыуҙырмай. Сөнки уның уйынса, атаһы йәки әсәһе бер нисек тә уға зыян килтерә алмай.

БАЛАЛАРҘЫ ЮЛ ХӘҮЕФТӘРЕНӘН ҺАҠЛАЙЫҠ, ҮҘЕБЕҘ УЛАРҒА ӨЛГӨ БУЛАЙЫҠ!

(“Республика Башҡортостан” гәзите материалы буйынса әҙерләнде).

Автор:Равиля Бардыбаева
Читайте нас: