Рух
+24 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
6 Март 2022, 09:45

Игорь Нурмөхәмәтов: “Украиналағы операция – ундағы халыҡтарҙы яҡлау менән бергә Рәсәйҙең киләсәген дә ҡурсалау ул”

Хәрби хеҙмәт ветераны, Рәсәй ДОСААФ-ның Башҡортостан Республикаһы төбәк бүлексәһе рәйесе Игорь Нурмөхәмәтов БСТ каналындағы “Интервью”  тапшырыуында үҙенең фекерҙәре менән уртаҡлашты

Игорь Нурмөхәмәтов: “Украиналағы операция – ундағы халыҡтарҙы яҡлау менән бергә  Рәсәйҙең киләсәген дә ҡурсалау ул”
Игорь Нурмөхәмәтов: “Украиналағы операция – ундағы халыҡтарҙы яҡлау менән бергә Рәсәйҙең киләсәген дә ҡурсалау ул”

Ошо хәрби операция башланыу менән Рәсәй халҡының В.В.Путинға ҡарата ышаныс кимәле артҡан. Игорь Нуриман улы әйтеүенсә, Рәсәй Президентының хәрби операцияны башлап ебәреү ҡарары бик етди, уйланылып эшләнгән ғәмәл.

Украинала махсус операция 24 февралдә башланды. Әлбиттә, был хәлде халыҡ башта ике яҡлы тойғо менән ҡабул итә: был беҙгә кәрәкме, юҡмы? Фекер алышып, анализлап ҡарағас, күпселек халыҡ был ҡарарҙы хупланы, ти Игорь Нурмөхәмәтов.

8 йыл Украинала һуғыш бара. Ҡырымдың Рәсәйгә инеүе менән башланды, быны Көнбайыш һәм АҠШ илдәре лә ҡабул итмәне. Милли хәрәкәттәргә финанс ярҙамы күрһәттеләр, улар йәштәр араһында яуызлыҡ сәсеү менән башланһа, яйлап быға Рада депутаттары ла ҡушылды. Рус телле мәктәптәр ябылды.

Зеленскийҙың власҡа килеүе, Минск килешеүенә ҡаршы булыуы хәлде ҡырҡыулаштырҙы. Ул был килешеүҙәге бер пункт менән дә килешмәүен белдерҙе. Ә дәүләт етәксеһенең бындайҙы эшләргә хоҡуғы юҡ. Һуңғы тамсы булып, Зеленскийҙың Будапешт меморандумын ҡабаттан ҡарау һорауын күтәреүе булды. Украинаның атом һуғышы хәүефһеҙлеген һаҡлаусы ил статусы өҫкә ҡалҡып сыҡты.

 Рәсәй Федерацияһы Ҡораллы Көстәре хәрби операцияға әҙерме, тигән һорауға Игорь Нурмөхәмәтов былай тине:

– Эйе, улар тулыһынса әҙер. Әммә үкенескә ҡаршы, юғалтыуҙар ҙа бар. Беҙҙең ғәскәрҙәргә халыҡты ҡырырға тигән бурыс ҡуйылмай, ә хәрби объекттарҙы, националистарҙы юҡ итеү.

Бөгөнгө хәл-ваҡиғалар Донбасты яҡлау ғына түгел, ул  – Рәсәйҙең киләсәген дә ҡурсалау. Рәсәй был хәрби операцияны башҡарып, үҙенең сиктәрен һәм дөйөм илебеҙҙең хәүефһеҙлеген дә һаҡларға ярҙам итәсәк, тине Рәсәй ДОСААФ-ының Башҡортостан Республикаһы төбәк бүлексәһе рәйесе Игорь Нурмөхәмәтов.                                                                  

Автор:Равиля Бардыбаева
Читайте нас: