Рух
-2 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
5 Февраль 2022, 13:42

БАЛЫҠТАР ТОНСОҠМАҺЫН ТИП...

Төрөмбәт ауылында йылғала мәке тиштеләр #Төрөмбәтауылы#Айыҡауыл#Трезвоесело

БАЛЫҠТАР ТОНСОҠМАҺЫН ТИП...
БАЛЫҠТАР ТОНСОҠМАҺЫН ТИП...

Ҡышҡы ҡалын боҙ ҡатламы йылға-күлдәрҙәге балыҡтарҙың тормошон ауырлаштыра. Уларға һыу аҫтында һауа етмәй.

Уларҙы ҡотҡарыу өсөн һыулыҡтарҙа мәке уялар. Хәҙер махсус боҙтишкестәр эште еңеләйтә.

Төрөмбәт ауылында ла бер төркөм әүҙемдәр ошо изге эште башҡарырға тип, боҙтишкестәр, көрәктәр менән ҡоралланып йылға буйына килде.

Төрөмбәт ауыл клубы, китапхана хеҙмәткәрҙәре, ауылдан бер нисә кеше ауыл хакимиәте башлығы Ю.Ҡотлоюлов менән бергә мәкеләр тиште. Хәҙер инде улар ярҙамы менән балыҡтарға кислород һулау еңелләште. Балалар өсөн дә был эш мауыҡтырғыс булды. Ә өлкәндәр үҙ өлгөһө менән тәбиғәтте, тереклекте һаҡлау, мөмкин булғанды эшләү мөһимлеген аңлатты.

Был төркөм шулай уҡ Усман ауылындағы һыулыҡтарҙа мәкеләр тиште.

Автор:Равиля Бардыбаева
Читайте нас: