Рух
+11 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
27 Ғинуар 2022, 21:08

27 ғинуар – Рәсәйҙең хәрби дан көнө

Район балалар китапханаһында «Кешелеккә ҡаршы енәйәт» тип аталған хәтер дәресе үткәрелде. Был дәрес Рәсәйҙең хәрби дан һәм Холокост ҡорбандарын иҫкә алыу көнөнә бағышланды.

27 ғинуар – Рәсәйҙең хәрби дан көнө
27 ғинуар – Рәсәйҙең хәрби дан көнө

Район балалар китапханаһында «Кешелеккә ҡаршы енәйәт» тип аталған хәтер дәресе үткәрелде.

Был дәрес Рәсәйҙең хәрби дан һәм Холокост ҡорбандарын иҫкә алыу көнөнә бағышланды.

1944 йылдың 27 ғинуарында Ленинград ҡалаһы фашист илбаҫарҙарынан азат ителә. Ленинград блокадаһы Бөйөк Ватан һуғышы тарихында тәрән эҙ ҡалдырған.

 

Сараға Талбазы башҡорт гимназияһының 4-се класы уҡыусылары саҡырылғайны.

 

Китапханасылар ҡамап алынған Лениниград халҡының өлөшөнә төшкән ауыр һынауҙар - аслыҡ, һыуыҡ – тураһында һөйләне. Уҡыусылар заводтарҙа ҡатын-ҡыҙҙарҙың һәм балаларҙың ир-аттар менән тиң эшләүе,  Ладога күле аша   «Йәшәү юлы» булыуы һәм 900 көн һәм төн дауамында булған фажиғәләр тураһында белде.

 

«Холокост» һүҙе нимә аңлатыуы, уның тарихы, ошо ваҡиғалар иҫтәлегенә Хәтер көнө булдырылыуы менән таныштылар.

Балалар шулай уҡ концлагерь тормошо тураһында «Мальчик в полосатой пижаме» фильмынан өҙөк ҡаранылар.

Китапханала «Бөйөк Еңеү өсөн рәхмәт!» тип исемләнгән китаптар күргәҙмәһе ойошторолғайны.

Гимназия уҡыусылары был саранан күп мәғлүмәт алды, һуғыштың бөтә илгә ниндәй ҙур фажиғә булыуын тағы ла бер күңелдәренән үткәрҙе.

Автор:Равиля Бардыбаева
Читайте нас: