Рух
+7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
26 Ғинуар 2022, 11:06

“Спутник М” вакцинаһы ниндәй ул?

Башҡортостанға 12 йәштән 17 йәшкә тиклемге үҫмерҙәрҙе прививкалау өсөн “Спутник М” вакцинаһы килтерелде. 

“Спутник М” вакцинаһы ниндәй ул?
“Спутник М” вакцинаһы ниндәй ул?

“Спутник М” –  тәьҫирлеге күптән иҫбатланған, биш тапҡыр шыйыҡлатылған  яҡшы вакцина, тип иҫәпләй белгестәр. Унда тере һәм үрсеүгә һәләтле булған вирус өлөшсәләре юҡ. “Спутник V” вакцинаһында кешелә “һалҡын тейеүҙе “ тыуҙыра торған аденовирус файҙаланыла.

Тәү сиратта хроник ауырыуҙарҙан яфаланған балаларға прививка яһатыласаҡ.

Вакцина яһатмау өсөн күрһәтмәләр ҙә бар. Препарат компоненттарына аллергия булғанда, һалҡын тейгәндә һәм башҡа сирҙәр менән ауырығанда вакцина яһатырға ярамай.  Хроник сирҙәр булғанда  прививка алдынан  табип менән кәңәшләшеү мотлаҡ.

12 йәшкә тиклемге балалар өсөн вакцина әҙерләү буйынса эш башланып тора. Тикшеренеүҙәр 2023 йылдың 31 декабренә тиклем дауам итәсәк.

Нимә ул?
Ул «Спутник V» -ның еңеләйтелгән варианты, тик биш тапҡырға әҙерәк концентрацияланған.
Ни өсөн?
Башҡортостандың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы мәғлүмәттәре буйынса республика ауырыған һәр унынсы кеше - бала.
Нисә компоненттан тора?
«Спутник V»-лағы кеүек ике компонент.
Ул һынау үткәнме?
 Балалар вакцинаһына йәйҙән алып Мәскәүҙәге ике клиникала һынау үткәрҙеләр. Беренсе һәм икенсе этапта 12 йәштән 17 йәшкә тиклемге йөҙ ирекмән ҡатнашты. Уларға  стационар шарттарында өс аҙна интервал менән ике тапҡыр вакцина индерелде.  Һөҙөмтәлә табиптар 1/5 дозировкаһында туҡталды.  Өсөнсө этап Мәскәүҙең 12 клиникаһында үткәрелә. Унда 3 000 үҫмер ҡатнаша, 2 400 балаға – вакцина, 600-өнә плацебо  ҡаҙайҙар. Нигеҙҙә үҫмерҙәр вакцинаны яҡшы үткәрә, бер генә кире яғы асыҡлана – температураның 37,4 градусҡа тиклем күтәрелеүе.  Һирәк осраҡтарҙа укол урыны һыҙлаған, баш ауыртҡан, ашҡаҙан-эсәк эшмәкәрлеге боҙолған. Ике-өс көндә был билдәләр юҡҡа сыҡҡан.  Вакцина хәүефһеҙ, ун үҫмерҙең туғыҙында  коронавирустан һаҡлаусы антиесемдәр барлыҡҡа килә.

Нисек тәьҫир итә?
Тән температураһы 37,4-кә тиклем күтәрелә, тымау һәм баш ауыртыуы булырға мөмкин. Бер нисә көндән улары ла бөтә.
Минһеҙ минең балаға вакцина яһай алалармы?
15 йәштән өлкән балалар үҙҙәре хәл итә, әммә ирекле рөхсәт биреү ҡағыҙын ( добровольное согласие) тултырырға тейеш. 15 йәштән бәләкәйҙәр өсөн ата-әсә хәл итә.
❓Әгәр вакцина эшләтмәһәң?
Властар прививка яһатмағандарға бер ниндәй сикләүҙәр индерергә йыйынмай.
❓Ярамаһа? Ҡайҙа мөрәжәғәт итергә?
Әгәр балағыҙҙы ковидтан һаҡларға теләһәгеҙ, үҙегеҙҙең поликлиникаға мөрәжәғәт итегеҙ. Өҫтәмә үҙәктәр юҡ. Вакцина әҙ.
👩‍🔬🧑‍🔬Кемдәргә ярамау ихтималлығын табиптарҙан һорағыҙ.

Автор:Равиля Бардыбаева
Читайте нас: