Рух
+9 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
19 Ғинуар 2022, 23:36

“ҠАРЛЫ ӨМӘ”ЛӘР ДАУАМ ИТӘ

Ирекмәндәр өлкән йәштәгеләргә ярҙамға ашыға

“ҠАРЛЫ ӨМӘ”ЛӘР ДАУАМ ИТӘ
“ҠАРЛЫ ӨМӘ”ЛӘР ДАУАМ ИТӘ

Ирекмәндәр өлкән йәштәгеләргә ярҙамға ашыға

 

Быйылғы ғинуар башланыу менән ҡарҙың күп яуыуы күҙәтелә. Бурандарҙа ихаталарға көрттәр өйөлә.

 

 Өлкән йәштәгеләргә, айырыуса яңғыҙ йәшәүселәргә был ҙур мәшәҡәт, уңайһыҙлыҡтар тыуҙыра. «Ҡар десанты» ирекмәндәре бындай осраҡтарҙа ярҙамға килергә әҙер.



Талбазы башҡорт гимназияһы уҡыусылары Байрас Назаров, Искәндәр Сатлыҡов, Эльвир Иҙрисов һәм  Эльвиру и студентам  группы ГБПОУ «Ауырғазы күп профилле колледжы»ның 11-се төркөмө студенттары Данис Ғәзизов, Вилдан Ғәлиуллин был юлы ошо изге ғәмәлгә тотондолар. Улар ҡапҡа төптәрен, ихаталағы юлдарҙы ҡарҙан таҙартып бирҙе. Ярҙам алыусылар ирекмәндәрҙең эшенән бик ҡәнәғәт ҡалды, ҙур рәхмәттәрен белдерҙе.

"Ирекмәндәрҙең ярҙамы өлкән йәштәгеләрҙең кәйефен күтәрә, уларҙың иғтибарҙан ситтә ҡалмағанлығына, онотолмағанлыҡтарына ышаныс бирәләр. Ә йәш быуын өсөн был бәйләнеш, өлкәндәргә ярҙам итеү изге күңеллелек, итәғәтлелек тәрбиәләй", - ти гимназияның ирекмәндәре етәксеһе Дилара Мөхәмәтшина.

 (Ауырғазы районы хакимиәте мәғлүмәттәре буйынса).

Автор:Равиля Бардыбаева
Читайте нас: