Рух
+1 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
5 Ғинуар 2022, 23:12

Күңел саҡырыуы буйынса тыуған ауылдарына ярҙам итәләр

«Атайсал» — республикала үткән йылдың 1 мартынан тормошҡа ашырыла башлаған проект. Ул тыуған ерҙәрендә төрлө хәйриә эше алып барыусыларҙы берләштерә. Ошо проект сиктәрендә Ауырғазы районында ла төрлө эштәр башҡарыла. Шуларҙың бер нисәһенә туҡталып китәйек.

Күңел саҡырыуы буйынса тыуған ауылдарына ярҙам итәләр
Күңел саҡырыуы буйынса тыуған ауылдарына ярҙам итәләр

«Атайсал» проекты ярҙамында көҙ көнө Нуғаҙаҡ ауылында мәктәп янында Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булыусыларға бағышлап мемориал асылды.


Был башланғыстың бағыусыһы «Салауат» крәҫтиән-фермер хужалығы директоры Василий Федоров  Ул ауылдаштарына ярҙамдары өсөн, шулай уҡ был идеяны тормошҡа ашырыусы Өфө архитекторы Хәлит Ғәлиуллинға рәхмәтле. Һалдат скульптураһы янында ошо ауылдан Ватанды һаҡларға китеп, әйләнеп ҡайта алмаусыларҙың исемдәре яҙылған.

«Һәйкәлде асыу – беҙҙең районыбыҙ өсөн әһәмиәтле ваҡиға. Беҙ быуындар бәйләнешен тергеҙәбеҙ. Был һуғышта һәләк булыусыларҙың хәтерен һаҡлау ғына түгел, йәш быуын өсөн батырлыҡ һәм намыҫ өлгөһө», - тине Арыҫлан Нәзир улы һәйкәлде асыу тантанаһында.

Икенсе яҡташыбыҙ Миҙхәт Хәсәновтың исеме киң билдәле. Кешәнле ауылында тыуып үҫкән Миҙхәт Рауил улы күптән районға ярҙамын күрһәтеп тора.

Ул Ауырғазы районындағы быуаларҙы таҙартыу, уларға балыҡ ебәреү, кедр ағасын ултыртыу буйынса проект тәҡдим итте. Бының өсөн ул 200 мең һум тотонасағын белдерҙе.

Шулай уҡ Мостафа ауылында тыуып үҫеп, әле Башҡортостан Хөкүмәтенең Премьер-министры урынбаҫары вазифаһында эшләүсе Ирек Сәғитов ауылдаштары менән осрашыуҙа уларға 214 автоматик янғын тураһында киҫәтеүсе приборҙар бүләк итте.

 

Яҡташтары бындай ярҙамдары өсөн барыһына ла рәхмәтле. Улар өлгөһөндә тағы ла бихисап эштәр башҡарылып тора.

 

– Беҙҙә бәләкәй ауыл һәм ҡалаларҙан уңышлы кешеләр бик күп. Әгәр уларҙың һәр береһе өҫтәмә рәүештә тыуған еренә ярҙам күрһәтһә, был урындарҙа тормошто күпкә яҡшыртасаҡ, – тине Радий Хәбиров. – Күп эшҡыуарҙарҙың, бай кешеләрҙең былай ҙа ярҙам итеп торғанын беләм, тик беҙ был эште системалаштырырға теләйбеҙ. “Атайсал” проекты ошо маҡсатты күҙ уңында тота. Был бер нисек тә дәүләт хәл итә торған проблемаларҙы кешеләр иңенә һалырға тырышыу түгел. Был - күңел саҡырыуы буйынса тыуған ауылдарына, ҡалаларына, мәктәптәренә, балалар баҡсаһына, спорт секцияларына ярҙам итергә теләгән кешеләр өсөн уңайлыраҡ шарттар булдырырға тырышыу ғына.

Автор:Равиля Бардыбаева
Читайте нас: