Рух
+13 °С
Облачно
Общие статьи
27 Декабря 2021, 16:30

Байрамдар хәүефһеҙ үтһен!

Билдәле булыуынса, Яңы йыл һәм ҡышҡы каникул көндәрендә төрлө хәүеф көсәйә. Йыл һайын байрам осоронда республикала ике-өс тиҫтә янғын осрағы теркәлә. Балаларға ла, өлкәндәргә лә был ваҡытты имен-аман үткәреп ебәреү өсөн бер нисә ҡағиҙәне иҫтә тоторға кәрәк.

Добавить в предпочтительные источники Google
Байрамдар хәүефһеҙ үтһен!Байрамдар хәүефһеҙ үтһен!
Байрамдар хәүефһеҙ үтһен!

Билдәле булыуынса, Яңы йыл һәм ҡышҡы каникул көндәрендә төрлө хәүеф көсәйә. Йыл һайын байрам осоронда республикала ике-өс тиҫтә янғын осрағы теркәлә. Балаларға ла, өлкәндәргә лә был ваҡытты имен-аман үткәреп ебәреү өсөн бер нисә ҡағиҙәне иҫтә тоторға кәрәк.

 

*Бер ваҡытта ла өй шарттарында фейерверк яһамағыҙ. Пиротехник тауарҙарҙы магазиндан һатып алығыҙ. Ҡулланыуға яраҡлылыҡ ваҡытына, етештереүсенең кем булыуына иғтибар итегеҙ.

*Мотлаҡ ҡулланыу ҡағиҙәләре менән танышығыҙ. Фейерверк өсөн урынды алдан билдәләгеҙ. Ул йорт-ҡуранан 50 метр алыҫлыҡтағы асыҡ майҙансыҡ булһын. Тамашасылар хәүефһеҙ алыҫлыҡта торорға тейеш.

*Ракеталарҙы ҡулда тотоп торған килеш, тәҙрәнән йә балкондан аттырырға ярамай.

*Филтәһен ҡабыҙырҙан алда дөрөҫ урынлаштырылыуын тағы бер ҡат тикшерегеҙ. Һис кенә, шаярып булһа ла, эргәләге кешеләргә тоҫҡамағыҙ.

*Салют яңылыш ауып, кешеләргә, эргәләге өйҙәргә ата башламаһын өсөн, ситләтеп кирбес йә ҡар менән нығытығыҙ.

*Салют, фейерверк, ракета аттырған мәлдә ҡул аҫтығыҙҙа һыу йә янғын һүндергес булһын.

(“Башҡортостан календары” материалы файҙаланылды)

Автор:Равиля Бардыбаева
Читайте нас