Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
2 Декабрь 2021, 11:19

Милли проект: өлкән йәштәгеләрҙе дауаханаға алып баралар

Башҡортостанда дауам иткән “Демография” милли проекты сиктәрендә Яңы Кәлсер ауыл советына ҡараған ауылдарҙан өлкән йәштәге граждандарҙы хеҙмәтләндереү өсөн  мобиль бригада килде.

Милли проект: өлкән йәштәгеләрҙе дауаханаға алып баралар
Милли проект: өлкән йәштәгеләрҙе дауаханаға алып баралар

Милли проект ярҙамында мобиль бригадалар ауылдарҙа йәшәгән өлкән йәштәге кешеләрҙе уңайлы һәм тиҙ итеп медицина учреждениеларында тикшереүгә алып бара.

 

Яңы Кәлсер ауыл советына ҡараған Кәлсербуран һәм Яңы Кәлсер ауылдарынан 65 йәштән өлкәндәрҙе бөгөн ошондай мобиль медицина бригадаһы Талбазы үҙәк район дауаханаһына алып барып ҡайтты. Унда барыусылар бик тә рәхмәтле булып ҡайтты. “Беҙҙе дауаханала етәкләп тиерлек йөрөттөләр. Сиратта ла торманыҡ, беҙгә кәрәкле табиптарға алып инделәр. Йөрәкте тикшертеп, күҙҙәрҙе ҡаратып, төрлө анализхдар тапшырып ҡайттыҡ. Ул ғына түгел, һәр беребеҙҙе өйҙәребеҙгә тиклем оҙатып ҡуйҙылар. Беҙҙе шулай хөрмәт итеүҙәренә рәхмәт инде”, - ти улар.

 

Был Яңы Кәлсер ауыл советынан һуңғы ике ай эсендә икенсе рейс булды. Биләмәлә 65 йәштән өлкәндәр барлығы һикһәнләп иҫәпләнә.

Уларға район поликлиникаһына барыу, унда сиратта көтөү үҙе бер мәшәҡәт. Шуға күрә улар өсөн бындай ярҙам ҙур һөйөнөс.

 


Һәр бер микроавтобус 380 килограмм ауырлыҡҡа иҫәпләнгән электр мендергесе менән йыһазландырылған. Был, кәрәк булғанда, инвалид коляскаһындағы кешене лә күтәреү мөмкинлеген бирә. Автомобилгә һигеҙ кеше һыя, шул иҫәптән - ике инвалид коляскаһы.

 



 


#национальныепроекты;


#нацпроекты;


#региональныепроекты;

Автор:Равиля Бардыбаева
Читайте нас в