Ул Италияның Тирә-яҡ мөхитте һәм хайуандарҙы яҡлау буйынса ассоциацияһы (AIDAA) активистары инициативаһы буйынса ойошторолған һәм тәүге тапҡыр 2007 йылда билдәләнгән.
Билдәле булыуынса, күп халыҡтарҙа ҡара төҫлө бесәйҙәр бәхетһеҙлек символы булып иҫәпләнә. Элек-электән уларҙа сихыр бар тип ышанғандар, уларҙы яуыз көстәр һәм сихырсыларҙың беренсе ярҙамсылары итеп кәүҙәләндергәндәр.
Урта быуаттар артта ҡалһа ла, төрлө ышаныуҙар һаман да һаҡлана - уларҙан, тәү сиратта, ҡара бесәйҙәр интегә.
Йыл һайын донъяла бер нисә тиҫтә, бәлки, йөҙ мең ҡара бесәйҙәр һәләк була. Бер Римдә генә лә хужалар йыл һайын 15 мең ҡара бесәй юғалта. Бынан тыш, приюттарҙан ҡара бесәйҙәрҙе өй тәрбиәһенә һирәгерәк алалар тигән мәғлүмәттәр бар.
«Уңышһыҙ» хайуандар буйынса статистика йыйғас, Италияның Тирә-яҡ мөхитте һәм хайуандарҙы яҡлау ассоциацияһы активистары ҡара бесәйҙәрҙе һәләк итеүҙе туҡтатыу мәсьәләһен хәл итергә тотона.
Тәүге аҙым булып 2007 йылда Ҡара бесәйҙәрҙе яҡлау көнөн раҫлайҙар. Ассоциацияла белдереүҙәренсә, ойошма бесәйҙәргә ярҙам итеүҙән тыш, ауыр хәлдә ҡалған хайуандарға мәрхәмәтлелек күрһәткән кешеләрҙе лә бүләкләйәсәк.
Шулай ҙа ҡайһы бер илдәрҙә ҡара төҫтәге бесәйҙәр ярҙамға мохтаж түгел. Мәҫәлән, Бөйөк Британияла был хайуандарға ҡарата булған ышаныуҙар тик ыңғай характерҙа ғына. Мәҫәлән, Англияның ҡайһы бер райондарында ҡара бесәй хужабикәһе бер ҡасан да яңғыҙ ҡалмаясаҡ, ә Шотландияла төн төҫөндәге бесәй байлыҡ килтерәсәк, тип уйлайҙар.
Ҡара бесәйҙәрҙе диңгеҙселәр ҙә рәнйетмәй: улар карапта йәки өйҙә бындай бесәй булыуы йөҙөүҙә уңыш килтереүенә ышана.
https://www.calend.ru САЙТЫНАН.