+25 °С
Болотло
Һанлы формат Бөтә Рәсәй йән иҫәбен алыуҙа ҡатнашыуҙы ябайлаштырҙы. Халыҡ араһында һорау менән файҙаланғандары – Дәүләт хеҙмәте порталы аша, йән иҫәбен алыу участкалары, айырым алғанда, Күп функциялы үҙәктә «Минең документтарым».
9 ноябргә ҡарата илебеҙҙең 89%-ы был ғәмәлде үтәне.
Йән иҫәбен алыусылар 14 ноябргә тиклем торлаҡ йорттарға йөрөүҙе дауам итәсәк. Халыҡтың мөмкин тиклем күп өлөшө ҡатнашһын өсөн, өйҙә булмағандарҙың һәр адресы буйынса 10 мәртәбәгә тиклем барасаҡтар.
Бөтә Рәсәй йән иҫәбен алыу 14 ноябргә тиклем бара. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, унда Дәүләт хеҙмәте порталы аша, йән иҫәбен алыу участкаһында йәки өйҙә, иҫәп алыусының һорауҙарына яуап биреп үтергә мөмкин.