+5 °С
Болотло
ҠӘҘЕРЛЕ ВЕТЕРАНДАР!
Ауырғазы районы Советы һәм хакимиәте һеҙҙе һөнәри байрамығыҙ – РФ Эске эштәр органдары хеҙмәткәрҙәре көнө менән ихлас ҡотлай!
Был - көн һайын енәйәтселеккә ҡаршы тороусы, урамдарҙа хәүефһеҙлекте тәьмин итеүсе, бәләгә ҡалғандарға ярҙамға килергә әҙер тороусы яуаплы һөнәр эйәләре көнө. Ошо байрам көнөндә лә күптәрегеҙ хәрби поста тора.
Лайыҡлы хеҙмәтегеҙ өсөн рәхмәт һүҙҙәре әйтәбеҙ! Ысын күңелдән һеҙгә һөнәри уңыштар, ныҡлы һаулыҡ, бәхет, тыныслыҡ, именлек теләйбеҙ!
Хөрмәт менән район хакимиәте башлығы Арыҫлан ШӘҺӘРЕТДИНОВ.