Рух
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
14 Октябрь 2021, 18:49

Йән иҫәбен алыуҙа ҡатнашыу бик мөһим

15 октябрҙән илебеҙҙә Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу кампанияһы башлана. Ул 14 ноябргә тиклем барасаҡ. Ошо темаға арнап Ауырғазы районы башҡорттары ҡоролтайының башҡарма комитеты ултырышы үтте. Унда башҡорт теле уҡытыусылары, китапханасылар саҡырылды.

Йән иҫәбен алыуҙа ҡатнашыу бик мөһим
Йән иҫәбен алыуҙа ҡатнашыу бик мөһим

Ултырышты башлап, район башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Айһылыу Әхәт һүҙҙе Арыҫлан Нәзир улына бирҙе.

Район хакимиәте башлығы вазифаһын башҡарыусы Арыҫлан Шәһәретдинов ҡатнашыусыларҙы сәләмләне. Үҙе менән таныштырғас, ул йән иҫәбе алыу кампанияһының әһәмиәте тураһында әйтеп үтте. “Беҙҙең алда мөһим сара тора. Халыҡ иҫәбен алыу ун йылға бер тапҡыр үтә. Уны лайыҡлы үткәреү өсөн һеҙҙең ярҙамығыҙ ҙа кәрәк. Һәр кем был кампанияның әһәмиәтен аңларға тейеш. Халыҡтың йәшәйеш шарттарын, уларҙың проблемаларын белеү хөкүмәткә артабанғы эштәрҙе планлаштырыу, үҫеш стратегияһын һайлау өсөн кәрәк”, - тине ул.

 

Мең ерҙәре, меркет ырыуы башҡорттарының тарихы менән хеҙмәт ветераны, ҡоролтай башҡарма комитеты ағзаһы Нил Ҡудашев таныштырҙы. Үҙенең сығышында ул был биләмәләрҙә башҡорттарҙың  800 йылдан ашыу төпләнеүе, 11 олоҫ составындағы Меркет-мең олоҫона хәҙерге Ауырғазы, Стәрлетамаҡ, Әлшәй, Миәкә, Дәүләкән райондарының өлөштәре ҡарауы тураһында һөйләне. Төрлө йылдарҙағы халыҡ иҫәбен алыу кампаниялары буйынса  һандар менән таныштырҙы. Ҡайһы бер ауылдарҙағы башҡорт һәм типтәрҙәр татар милләтенә күсеү сәбәпле, башҡорт халҡы  районда кәмегән. Әлбиттә, халыҡ һанына төрлө  башҡа сәбәптәр – һуғыш, ихтилалдар, аслыҡ һ.б. – тәьҫир итмәй ҡалмаған.

 

Степановка урта белем биреү мәктәбе уҡытыусыһы Гөлсинә Әхәт ҡыҙы “Халыҡ иҫәбен алыуҙың мөһим мәсьәләһе – милләтте һаҡлау” темаһына сығышында быйылғы иҫәп алыу кампанияһының үҙенсәлектәре тураһында һөйләне. Мәҫәлән, иҫәп алыуҙа кеше үҙенә уңайлы формат һайлап, интернет аша ла ҡатнаша ала. Иҫәп алыусыларҙы планшеты барлығы, рәсми формаһы буйынса танып булыуын, бланкыларҙағы һорауҙар тураһында әйтеп үтте.

 

Талбазы башҡорт гимназияһының башланғыс кластар уҡытыусыһы Розалия Йәлилова гимназиялағы эштәр барышы, туған телде уҡытыу мәсьәләләре, уҡыусыларҙың уңыштары менән таныштырҙы.

 

Ултырышта халыҡ иҫәбен алыу кампанияһына яуаплы ҡарарға, уны дөрөҫ үткәреүҙә үҙ өлөшөңдө индерергә, битараф булмаҫҡа, киләсәктең үҙебеҙҙән тороуын аңларға тигән фекерҙәр әйтелде.

 

Һәр беребеҙ аңлап, үҙ тамырҙарыбыҙҙы барлап, милләтебеҙ киләсәге өсөн ысын күңелдән тырышайыҡ! Киләсәк быуындарға башҡорт халҡының теле, мәҙәниәте, йолалары тулыһынса тапшырылһын, улар ҙа был мираҫты ғорур һаҡлаһын ине!

Автор:Равиля Бардыбаева
Читайте нас: