Рух
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
18 Август 2021, 11:42

БАШҠОРТОСТАН УРМАНДАРЫНА КЕШЕЛӘРҘЕҢ ҺӘМ ТРАНСПОРТТЫҢ ИНЕҮЕ СИКЛӘНӘ

АРТЫҠ ЭҪЕ КӨНДӘР ТОРОУ СӘБӘПЛЕ, РЕСПУБЛИКА УРМАНДАРЫНДА ЯНҒЫН ХӘҮЕФЕ ЮҒАРЫ БУЛЫП ҠАЛА

БАШҠОРТОСТАН УРМАНДАРЫНА КЕШЕЛӘРҘЕҢ ҺӘМ ТРАНСПОРТТЫҢ ИНЕҮЕ СИКЛӘНӘ
БАШҠОРТОСТАН УРМАНДАРЫНА КЕШЕЛӘРҘЕҢ ҺӘМ ТРАНСПОРТТЫҢ ИНЕҮЕ СИКЛӘНӘ

Янғындар сығыу хәүефе булған миҙгел башланғандан алып булған 102 урман янғыны сәбәбе булып кешеләр тора, шул иҫәптән 14-16 августа теркәлгән 13 осраҡта ла халыҡтың усаҡ яғыу ҡағиҙәләрен үтәмәүе сәбәпсе тип иҫәпләнелә.

 

Янғын сығыу хәүефенең юғары ҡалыуы, тәбиғәттәге янғындарҙы иҫкәртеү маҡсатында Башҡортостандың туғыҙ районы (Баймаҡ, Белорет, Бөрйән, Йылайыр, Ейәнсура, Әбйәлил, Күгәрсен, Учалы, Хәйбулла) биләмәһендә ағымдағы йылдың  16 авгусынан 5 сентябргә тиклем граждандарҙың һәм транспорт сараларының урмандарға инеүе сикләнә.

Шуға бәйле, көн һайын урман фондында тикшереүҙәр буласаҡ, кеше һәм транспорттарҙың урманға инеүен сикләү режимы контролгә алына.

Башҡортостан Республикаһының Урман хужалығы министрлығы урмандарға инеүҙе сикләү осоронда республика халҡынан тәбиғәткә сығыуҙан тыйылып тороуҙарын һорап мөрәжәғәт итә.

Янғындарҙы иҫкәртеү буйынса махсус режим шарттарында ҡағиҙәләрҙе үтәмәгән өсөн административ штраф ҡаралған. Физик шәхестәргә 4 000-дән 5 000 һумға тиклем, юридик шәхестәргә 300 меңдән 500 мең һумға тиклем.

Башҡортостан Республикаһы Урман хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәте материалынан.

Автор:Равиля Бардыбаева
Читайте нас: