Рух
+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
22 Июнь 2021, 10:31

БӨГӨН, 22 ИЮНЬ – ХӘТЕР ҺӘМ ҠАЙҒЫ УРТАҠЛАШЫУ КӨНӨ

80 йыл элек, 1941-се йылдың 22-се июне таңында, фашистик Германия илбаҫарҙары иҫкәртеүһеҙ Советтар Союзына баҫып инә, илде бомбаға тота башлай.

Сик буйы гарнизонының тере ҡалған өс мең ярым кешеһе дошмандың 18 мең һалдатына ҡаршы үлемесле алыша.
Башҡортостан халҡы 700 меңгә яҡын ул һәм ҡыҙын фронтҡа оҙата. Уларҙың күбеһе тыуған яҡтарына кире әйләнеп ҡайтмай. 278 яугир һуғышта күрһәткән батырлыҡтары Советар Союзы Геройы, ә 35 кеше Дан орденының тулы кавалеры исемдәренә лайыҡ була.

Рәсми мәғлүмәттәр буйынса, 4 йылға һуҙылған яуҙа 27 миллион кешенең ғүмере өҙөлә, йөҙҙәрсә мең ауыл һәм ҡала ер менән тигеҙләнә.
Аяуһыҙ һуғышта совет халҡы еңеү яулай. Ә инде 22 июнь 1996 йылдан бирле Хәтер һәм ҡайғы көнө тип билдәләнә.
Автор:Равиля Бардыбаева
Читайте нас: