Рух
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
6 Май 2021, 11:46

ТАЛПАН ТЕШЛӘҮЕНӘН НИСЕК ҺАҠЛАНЫРҒА?

Талпандар – күренмәгән хәүеф сығанағы. Уларҙан нисек дөрөҫ һаҡланырға?

Улар 20-гә яҡын ҡурҡыныс, хатта үлемесле ауырыу тыуҙыра ала. Уларҙың иң таралғандары – талпан вирус энцефалиты, геморрагик биҙгәк, Ку биҙгәге, Лайм сире.
Талпан энцефалитын профилактикалау өсөн талпан таралыуға ҡаршы саралар үткәреү, шәхси һаҡланыу сараларын ҡулланыу, халыҡҡа гигиена тәрбиәһе биреү тора.
Иң мөһиме – тәбиғәттә булғанда ябай ҡағиҙәләрҙе белергә, махсус һаҡланыу сараларын (улар хәҙер күп төрлө) ҡулланырға.
Репеллент саралар бөжәктәрҙе ҡурҡыта. Уны кейемгә, тәндең асыҡ өлөштәренә һибергә кәрәк. Талпан уның еҫен яратмай. Реппеленттар шулай уҡ серәкәй-ләпәҫтәрҙән дә һаҡлай. Был сараларҙың һаҡлау мөмкинлектәре төрлөсә, инструкция менән танышырға кәрәк. Ямғыр, ел, тир уның тәьҫирен кәметә.
- Акарицид саралар талпанды юҡ итә. Уларҙы ҡулланғанда һаҡ булырға кәрәк, тәнгә тейҙерергә ярамай. Шуға ла тәбиғәткә сығырҙан ике сәғәт тирәһе алдан кейемгә һиптереп ҡуйығыҙ. Препарат кейемгә һеңергә һәм кибә бирергә тейеш. Акарицид сарала талпандың нерв системаһына тәьҫир итеүсе матдә бар.
- Инсектицид-репеллент саралар тәьҫире буйынса өҫтә әйтелгән ике төркөмдөң үҙенсәлеген дә үҙ эсенә ала: ҡурҡыта ла, юҡҡа ла сығара. Был сараны ҡулланғанда талпандан һаҡланыу мөмкинлеге 95%-ҡа тиклем етә. Тик уларҙы дөрөҫ һәм һаҡ ҡуллана белергә кәрәк. Кейемгә, бигерәк тә салбарға һиптерергә кәрәк, сөнки талпан тәнгә йыш ҡына ерҙән эләгә.
Талпанға ҡаршы саралар ҡулланған хәлдә лә өйҙә бөтә тәнегеҙҙе иғтибар менән ҡарарға кәңәш ителә. Бигерәк тә ҡолаҡ арты, башта сәс араларын ентекле тикшерегеҙ.
Әгәр талпан тәнегеҙгә ултырһа, прививка эшләтмәгән булһағыҙ, талпанға ҡаршы иммуноглобулин менән ашығыс профилактика үткәрелә. ул талпан эләккәндән һуң 4 көндән дә күберәк ваҡыт үткәнсе һәм талпанды тикшереү һөҙөмтәләренән һуң эшләнә.
Талпандарҙа вирус булыу-булмауын «Башҡортостан Республикаһы гигиена һәм эпилемиология үҙәге»нең һәм уның филиалдарының лабораторияларында тикшерәләр.
Башҡортостан Һаулыҡ һаҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәтенән.
Фото; шул уҡ сығанаҡтан.
https://health.bashkortostan.ru
Читайте нас: