Рух
+3 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
3 Март 2021, 14:23

МАРТ АЙЫНА БӘЙЛЕ ҺЫНАМЫШТАР

Бик боронғо замандарҙан алып кешенең тормошо тәбиғәт күренештәренә бәйле булған. Шуның өсөн тәбиғәтте күҙәтеү — быуын-быуындан килгән ғәҙәт. Күп йылдар һыналып килгәнгә күрә лә халыҡ һынамыштарының күбеһе ысынға тура килә.

- Беренсе мартта ел булһа, йыл алама килер.
- Беренсе мартта көн елле булһа, бөтөн йәй елле булыр.
- Беренсе мартта көн ҡояшлы, елһеҙ булһа, яҙ, йәй яҡшы булыр, иген уңыр.
- Беренсе мартта ел иҫеп торһа, бөтөн йәй елле булыр;
- Март башында сәпсек эсерлек һыу булһа, йәй яҡшы килер.
- Мартта ҡар өҫтөндәге һалам ҡарға иреп инһә, бер айҙан ҡар китер.
- Март башында тамсы тамһа, йәй яҡшы килә.
- Мартта йылы булһа, йыл һалҡын була.
- Мартта көн менән төн тиңләшә.
- Марттың шартын апрель сығарыр.
- Яҙ иртә килһә, ашлыҡ уңыр.
- Март береһендә аяҙлыҡ – йәй көнө ҡыярға туҡлыҡ.
- Ҡар ағасҡа йәбешеп торһа, көн епшетер.
- Мартта шарт та шорт, апрелдә апырыр ҙа шапырыр.
- Марттың егерме бишендә һыу ҡатһа, бер аҙналыҡ юлға сыҡ.
- Март сыҡмай – дәрт сыҡмай.
- Март берендә аяҙлыҡ – йәй көнө ҡыярға туҡлыҡ.
Читайте нас: