Башҡортостан Республикаһы башлығы Радий Хәбиров 2019 йылдың ноябрендә ошо проектты булдырыу идеяһын белдергәйне. Ул был турала тыуған ауылы Ишембай районының Һайран ауылына барған саҡта телгә алды.
Республикала ҡала һәм ауылдарҙан сыҡҡан уңышлы кешеләрҙең яҡташтарына, бәләкәй Ватанына ярҙам итеү системаһы булдырыласаҡ. Беҙҙә бәләкәй ауыл һәм ҡалаларҙан уңышлы кешеләр бик күп. Әгәр уларҙың һәр береһе өҫтәмә рәүештә тыуған еренә ярҙам күрһәтһә, был урындарҙа тормошто күпкә яҡшыртасаҡ. Ошо маҡсатта “Атайсал” проектын ашыра башлайбыҙ. “Ләкин был бер нисек тә дәүләт хәл итә торған проблемаларҙы кешеләр иңенә һалырға тырышыу түгел. Был - күңел саҡырыуы буйынса тыуған ауылдарына, ҡалаларына, мәктәптәренә, балалар баҡсаһына, спорт секцияларына ярҙам итергә теләгән кешеләр өсөн уңайлыраҡ шарттар булдырырға тырышыу ғына", - тип яҙа Радий Хәбиров.
Башҡортостан Башлығы Хакимиәте етәксеһе урынбаҫары Урал Килсенбаев Башҡортостан Республикаһы дәүләт идаралығының һанлы үҫеш министрлығы ярҙамында проекттың рәсми сайтын булдырылған.
Март-апрелдә әүҙем мәғлүмәт биреләсәк һәм теләүселәрҙән ғаризалар йыйыла. Майҙан сентябргә тиклем торлаҡ пункттарҙа проектты тормошҡа ашырыу буйынса эштәр башҡарыласаҡ. Көҙгә ошо башланғыс эштәрҙең һөҙөмтәһе буйынса «Яҡташлыҡ көсө – Сила землячества» форумы үткәреләсәк. Унда республикалағы, ситтә йәшәгән меценаттар саҡырыласаҡ.
Бөгөндән, 1 марттан, рәсми сайт эшләй башланы. Һәр теләгән кеше унда күрһәтергә теләгән ярҙамын йәки берәй проектты тормошҡа ашырыуҙы тәҡдим итә ала. Мәҫәлән, футбол йәки балалар майҙансығын төҙөү, йәмәғәт биләмәһен, шишмәне, зыяратты төҙөкләндереү һәм башҡалар. Шулай уҡ финанслашыу шарттарында ғәмәлдәге республика программаларына йәки “Атайсал” проектының башҡа инициаторҙарына ҡушылырға мөмкин.
Сайт краудфандинг платформаһы ла була ала, йәки меценат үҙенең уңышлы ауылдаштарына бергәләп ҙур проектты тормошҡа ашырыуҙы тәҡдим итә. Был сайт ярҙамында ярҙам итә алған яҡташтарға төрлө инстанциялар буйлап йөрөргә, ниндәйҙер килешеүҙәр, комиссиялар аша үтергә кәрәк булмаясаҡ. Ҡулланыусылар шулай уҡ ярҙам иткән меценаттарҙың (улар теләһә) фотоһын һәм ниндәй күләмдә ярҙам иткәнен күреү мөмкинлегенә эйә.