Рух
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
28 Февраль 2021, 12:53

28 февраль - Йәмәғәт урындарында йоҡо көнө

Был байрам нисек барлыҡҡа килгән?

Кеше тормошонда йоҡо мөһим роль уйнай.
Юҡҡамы ни халыҡ аҡылы – мәҡәлдәрҙә һәм әйтемдәрҙә төшкә лә иғтибар бүленә. Шул уҡ ваҡытта төштөң файҙаһы ла, зарары ла аныҡ билдәләнә, улар фәлсәфәүи мәғәнә йөрөтә. Унда йоҡоноң дауалау һәләте, көсө тураһында телгә алына, ҡайһы саҡ йоҡо ялҡаулыҡ менән тиңләнә.
Йоҡоноң зыяны һәм файҙаһы тураһында, шулай уҡ йоҡо туймауҙың зыяны тураһында күп әйтелгән. Уға, кеше тормошоноң айырылғыһыҙ бер өлөшө булараҡ, хатта халыҡ-ара байрам арналған – Бөтә донъя йоҡо көнө, ул мартта, көн тигеҙләшеүенән алдағы йома көнөндә билдәләнә.
Быға арналған тағы бер бик билдәле булмаған байрам кешенең ғәҙәти булмаған урында йоҡоға әүәҫлеге менән бәйле. Йәмәғәт урындарында йоҡо көнө байрамы йыл һайын 28 февралдә билдәләнә.
Кешенең эш урынында йоҡлау күренеше менән бәйле байрам (эш өҫтәле артында, кәңәшмәлә һ. б.) «инэмури» тип аталған япон традицияһы менән оҡшаш. Япон теленән тәржемә иткәндә, был «эштә булыу һәм йоҡлау» тигәнде аңлата. Традицион япон мәҙәниәте күп нескәлектәргә эйә, инэмури эш урынында йоҡлаған кешенең башҡарған эш күләме ҙур булыу сәбәпле арыуын белдерә. Был егәрлелектең үҙенсәлекле күрһәткесе.
Халыҡ-ара мәғәнәгә эйә була барған был байрам, беренсе сиратта, йоҡоноң кеше тормошонда мөһим булыуына йәмғиәттең иғтибарын йәлеп итә.
Ошо ғәҙәти булмаған байрамға ҡарата саралар ойоштороусылар уның иң ябай ысулын тәҡдим итә: тәбиғәттә йәки йәмәғәт урындарында оҙаҡ булмаһа ла йоҡлап алырға, был организмдың көсөн тергеҙеү мөмкинлеген бирә, тип иҫәпләй.
Читайте нас: