Сарала ҡатнашыусылар локаль һуғыштарҙа ҡатнашыусыларға арналған һәйкәл-стеллаға сәскәләр һалдылар.
Тынлыҡ минуты менән һәләк булғандарҙы иҫкә алдылар, митинг булды.
Тарих-крайҙы өйрәнеү музейында иҫтәлекле видеороликтар, Афған һуғышында ҡатнашҡан яугирҙарыбыҙға арналған «Иғлан ителмәгән һуғыш» күргәҙмәһендә фотолар ҡаранылар.
Һуңынан үткән йылдарҙағы осрашыуҙар буйынса әҙерләнгән фильм күрһәтелде.
Талбазы мәҙәниәт һарайында осрашыуҙың тантаналы өлөшө үтте.