Рух
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
15 Февраль 2021, 17:25

Изге эшкә әүҙем ҡушылдылар

«Балыҡтарҙы тонсоғоуҙан ҡотҡарайыҡ» акцияһы Ауырғазы районында бер нисә йыл үткәрелеп килә.

Беҙҙең яҡташыбыҙ — Башҡортостан Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министры кәңәшсеһе Миҙхәт Хасанов башланғысы менән старт алған изге эшкә үткән ял көндәрендә барлыҡ белем биерү учреждениелары, ойошмалар коллективтары, башҡа әүҙем кешеләр ҡушылды. Ғаилә менән сығыусылар ҙа булды.
Миҙхәт Рауил улы районға биргән боҙватҡыстар ҡулланыла, быйыл йәш эшҡыуар Илнур Хөббөтдинов та балаларға боҙватҡыстар тапшырҙы.
Талбазы ауылының Софиполь биҫтәһендә 3-сө мәктәп һәм башҡорт гимназияһы уҡыусылары балыҡтарҙы тонсоғоуҙан ҡотҡарҙы.
Балалар һәм өлкәндәр өсөн ветеринар дауахана етәксеһе Таһир Ибраҡов һәм мәктәп ашнаҡсылары ялан ашханаһы ойошторҙо. Акцияла ҡатнашыусыларҙы тәмле бутҡа, ҡоймаҡ, эҫе сәй менән һыйланылар.
Мәкене уйғандан һуң, уның артабан туңмауын да хәстәрләйҙәр. Сөнки һыуыҡта ул боҙ менән ҡабат тиҙ ҡаплана. Хәҙер яңы технология буйынса мәкеләрҙе ҡырмыҫҡа ояһы формаһында ҡар менән ҡаплайҙар. Был тиҙ генә туңмаҫҡа ярҙам итә.
Балыҡтарға кислород етмәүе айырыуса февраль аҙағы-март башында күҙәтелә. Бигерәк тә ағым булмаған һыу ятҡылыҡтарында кислород етмәй башлай.
Һыуҙа тупланған һауа ундағы тереклек, үҫемлектәр тарафынан йотолоп бөтә, ә боҙ ҡатламы һауаға үтеп инергә ҡамасаулай. Шуға күрә был акциялар бик ваҡытлы.
Сығанаҡ: мәғлүмәт үҙәге.
Читайте нас: