Ул Ерҙән 5 мең яҡтылыҡ йылы йыраҡлығында. Центавр йондоҙлоғонда урынлашҡан.
Ул планетар томанлыҡҡа ҡарай. Бумеранг томанлығында водород яныуы күҙәтелә. Ул был процесс ваҡытында гелийға әйләнә.
Һуңғы мәғлүмәттәр буйынса, Бумеранг өлкәһендә температура -272°С тәшкил итә. Был ғаләмдә иң һалҡын урын. Ул юғала барған Үҙәк йондоҙҙан барлыҡҡа килгән саң (туҙан) һәм газ болоттарының тиҙ таралыуы һөҙөмтәһендә хасил була. Улай ғына ла түгел, ул ҙур тиҙлек менән киңәйә һәм һыуына. Түбән температура шуның менән аңлатыла.
Астрономдар әйтеүенсә, Бумеранг томанлығы йыһандағы бушлыҡҡа ҡарағанда ла һалҡын.
Бында плазма массаһы юғалыу ғына түгел, ә нурланышҡа күп һанлы энергия тотонола. Улай ғына ла түгел, спектрҙың яҡтылыҡ өлөшөндә тулҡындар эмиссияһы күҙәтелә.