Рух
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
29 Ғинуар 2021, 00:52

Балыҡтар тонсоҡмаһын тип...

Төрөмбәт ауылында йылғала балыҡтарға кислород булһын өсөн мәкеләр уйҙылар

Барыбыҙ ҙа белә: ҡышҡы ҡалын боҙ аҫтында балыҡтарға һауа етмәй. Улар тонсоға. Шуға күрә лә кешенең ярҙамы бик тә кәрәк.
Төрөмбәт ауылы мәҙәниәт йорто хеҙмәткәрҙәре изге эш башҡарырға булды. Ауылдаштары Заһир Ибраҡов менән бергә улар йылғаға юлланды. Унда боҙтишкес менән бер нисә урында тишектәр яһанылар. Барыһы ла үҙ өлөшөн индерергә тырышты. Улар үҙ эштәренән ҡәнәғәт ҡалды.
Афарин, төрөмбәттәр! Изгелегегеҙ башҡаларға өлгө булһын!
Читайте нас: