Рух
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
28 Ғинуар 2021, 14:27

Башҡортостанда Ҡаһым түрә һәм Төньяҡ амурҙары музейы ойошторола

Башҡортостанда Ҡаһым түрә һәм Төньяҡ амурҙары музейы ойошторола, тип хәбәр итә “Башинформ” мәғлүмәт агентлығы Башҡорт ҡоролтайына һылтанып.

Музей Ҡаһым Мырҙашевтың тыуған яғы – Стәрлетамаҡ районы Мырҙаш ауылы мәҙәниәт йортонда була.
Райондың Айыусы ауылында Ҡаһым түрә хөрмәтенә стела, «Ашҡаҙар» йырына һәйкәл бар.
Ойоштороу мәсьәләләре буйынса кәңәшмәлә район хакимиәте вәкилдәре һәм Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы ағзалары – Башҡортостан Республикаһының Мәҙәни мираҫ объекттарын һаҡлау һәм файҙаланыу буйынса ғилми-етештереү үҙәге директоры Данир Ғәйнуллин, Милли музейҙың генераль директоры Марат Зөлҡәрнәев, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының Аҡһаҡалдар ҡоро ағзаһы Вильмир Аҙнаев, шулай уҡ урындағы ҡоролтай вәкилдәре, башҡа йәмәғәтселәр ҡатнашты.
Бөтә ҡатнашыусылар ҙа музейҙы ойоштороуҙа методик һәм башҡа ярҙам күрһәтергә әҙер.
Быйыл, Башҡорт тарихы йыл ы сиктәрендә Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы «Мин — Төньяҡ амурҙары тоҡомо» проектын бойомға ашыра.
2022 йылда Рәсәйҙең 1812 йылғы Ватан һуғышында еңеүенең 210 йыллығы билдәләнәсәк. Был яуҙарҙа 28 башҡорт атлы полкы һәм Өфө пехота полкы ла ҡатнашҡан.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы материалы буйынса.
Читайте нас: