Рух
+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
23 Ғинуар 2021, 16:38

ҺАРЫҠ ИТЕНӘН БАШҠОРТСА УРАМА

Башҡорт халҡының аш-һыуҙарының береһен тәҡдим итәбеҙ. Ә һеҙ ошондай ризыҡ бешергәнегеҙ бармы? Бәлки, кемдер бүтәнсәрәк әҙерләйҙер. Бүлешегеҙ.

4 өлөш өсөн кәрәк: һарыҡтың һөйәкһеҙ итеп алынған түш ите - 600 г.
Фарш өсөн: 1 һуған, 1 кишер, 2 бешкән йомортҡа, 2 аш ҡалағы аҡ май, тоҙ һәм борос.
Йәймә өсөн: 160 г он, ¼ стакан һыу, 1 йомортҡа, тоҙ алына.
Фарш өсөн һуған менән кишерҙе ваҡ ҡына итеп турарға, майҙа ҡыҙҙырып алырға, туралған йомортҡаны ҡушып тоҙларға, боросларға.
Йәймә өсөн он, һыу, тоҙҙо ҡушып ҡамыр баҫырға һәм ҡамырҙы 30 минут ял иттереп алырға.
2 мм ҡалынлығында йәймә йәйәбеҙ һәм тоҙло һыуҙа яртылаш әҙер булғансы бешереп алабыҙ.
Итте махсус сүкеш менән туҡмап алырға, тоҙларға, боросларға.
Ит өҫтөнә йәймәне, йәймә өҫтөнә фаршты һалабыҙ.
Рулет формаһына төрөп, бау менән бәйләп, өҫтөнә һурпа ҡоябыҙ. Әҙер булғансы бешергәс һоҫоп алабыҙ һәм бауҙарын киҫеп ташлайбыҙ.
Өҫтәлгә бирер алдынан киҫәкләп өлөштәргә бүләбеҙ һәм тәмләткестәр һибәбеҙ. Һурпаһы айырым бирелә.
Читайте нас: