Рух
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
23 Ғинуар 2021, 00:42

ҠАР ДЕСАНТЫНЫҢ ЯҠШЫ ЭШЕ

Талбазы ауылының 2-се мәктәбенең уҡыусы-ирекмәндәре катокта эшләне

Ошо көндәрҙә ҡар күп кенә яуҙы. Әлбиттә, был яҡшы ғына.
Ә бына йортта, урамдарҙа, кеше йөрөгән башҡа уырндарҙа уны таҙартып тороу кәрәк.
Талбазы ауылының 2-се мәктәбенән уҡыусы-ирекмәндәр, мәҫәлән, катокты ҡар тотҡононан асты.
Улар бөгөн «Ҡар десантының изге эштәре» акцияһын ойоштороп, Софиполь микрорайонындағы «Ажемак» катогында ең һыҙғанып эшләне.
Көрәктәр менән килеп, төркөмдәргә бүленделәр. Һә тигәнсе катоктың борттары янындағы ҡарҙы таҙартып та ҡуйҙылар.
Уҡыусылар үҙ эштәренән бик ҡәнәғәт ҡалды.
Сығанаҡ: Pro спорт и молодежь Аургазинского района
Читайте нас: