Тимәк, балыҡсылар балыҡты тотоу серҙәрен генә түгел, ә йылыныу ысулдарын да бик яҡшы белергә тейештәр!
Байтаҡ балыҡсылар йылыныр өсөн спиртлы эсемлектәр ҡулланалар. Әммә улар алкоголдең йылытмауы әллә ҡасан раҫланғанын онотоп ебәрәләр. Иҫерткес эсемлек эскән кешенең ҡан тамырҙары башта киңәйә, аҙаҡ тарая. Шуның арҡаһында тән һәм эске органдар тиҙерәк, нығыраҡ өшөй.
Ҡыш көнө балыҡ тотҡанда иң мөһим әйбер – йылы кейем. Боҙ өҫтөндә елдән һаҡланыу өсөн сатыр – яҡшы сара. Аяҡтар өшөмәһен тиһәгеҙ, туристар өсөн тәғәйенләнгән келәм кеүек берәр нәмәгә ҡуйырға кәрәк. Сатырҙы(палатканы) йылытыу өсөн махсус йылытҡыстар бар.
Шәм янғанда парафин бүленеп сыға, шуға сатырҙы ваҡыты-ваҡыты менән елләтергә кәрәк. Махсус йылытҡыстарҙа хатта сәй ҙә ҡайнатып була. Әммә уларҙы ҡулланғанда хәүефһеҙлекте хәтерегеҙҙән сығармағыҙ. Ә сатыр ҙа, йылытыусы приборҙар ҙа булмаһа, баҫып физик күнегеүҙәр эшләп алһағыҙ, тиҙ йылынырһығыҙ.
“Башҡортостан календары”нан.