Альмадин. Кәзәмөгөҙҙәр үҙҙәренең ҙур булмаған энергетик потенциалын дөрөҫ ҡулланырға тейеш. Был йәһәттән уларға көслө альмадин ташы ярҙам итәсәк.
Гагат. Серле ҡара таш һиҙгерлекте көсәйтеп ебәреү һәләтенә эйә. Шулай уҡ ул насар энергиянан, сәбәпһеҙ шик-шөбһәләрҙән һаҡлай.
Малахит. Был йәшел минерал эйәһенең һаулығы яҡшы булыр. Малахит – теләктәрҙең ҡабул булыу символы.
Обсидиан. Ҡара йә һоро төҫтәге обсидиан Кәзәмөгөҙҙәргә ышаныс өҫтәй, үҙгәрештәргә әҙерләй.
Опал. Мөхәббәттә йәиһә эштәрендә уңышһыҙлыҡҡа осрап, күңелдәре һүрелгән мәлдә Кәзәмөгөҙҙәр баҙап ҡалалар. Үҙҙәренең һәләттәрен асыуҙа, яңы мөмкинлектәр табыуҙа уларға опал ярҙам итәсәк.
Раухтопаздан эшләнгән амулет хужаһына ауыр һәм яуаплы ҡарарҙар ҡабул иткәндә уяу һәм һиҙгер булырға булышлыҡ итер.
Рубин. Ҡуйы ҡыҙыл төҫтәге был аҫыл таш – уңышлы карьера һәм байлыҡ ташы. Матур мөхәббәт һәм бәхетле ғаилә тормошо вәғәҙәләй. Рубин ҡарая икән, хужаһына бәлә килеүе ихтимал.
"Башҡортостан календары"нан.