Рух
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
29 Декабрь 2020, 00:21

Матбуғат конференцияһында һорау бирергә була

29 декабрҙә Башҡортостанда Радий Хәбиров матбуғат конференцияһы үткәрә.

Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров матбуғат конференцияһында беренсе тапҡыр ҡатнаша.
Төбәктең төп киңкүләм мәғлүмәт саралары журналистары һәр кемгә ҡағылған мөһим һорауҙарҙы бирәсәк.
Үҙегеҙҙе борсоған һорауҙы биреп, һеҙ ҙә ҡатнаша алаһығыҙ.
Бының өсөн БСТ телеканалының Бәйләнештә селтәрендәге төркөмөнә ҡушылырға кәрәк һәм беркетелгән яҙмала (постта) һорауығыҙҙы ҡалдыраһығыҙ.
Радий Хәбировҡа һорауҙар биреү өсөн тура һылтанма: https://vk.com/wall-27097047_224718
Шишәмбе көн, 29 декабрҙә 19:00 сәғәттә БСТ, «Рәсәй 24», «Башҡортостан 24», UTV и «Бөтә Өфө» телеканалдарында, Башҡортостанда Рәсәй радиоһы һәм социаль селтәрҙәрҙә матбуғат-конференцияһының тура эфирын ҡарарға була.
Читайте нас: