Рух
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
29 Декабрь 2020, 14:41

Башҡортостанда йәшәүселәр ғинуар пенсияһын ҡасан ала?

Рәсәйҙең Пенсия фондына һылтанма менән, РИА Новости Башҡортостанда йәшәүселәргә ғинуар пенсияһы декабрҙә таратыласағы хаҡында хәбәр иткән.

«Пенсия фонды 2021 йылдың ғинуары өсөн пенсия, пособие һәм айлыҡ аҡсалата түләүҙәрҙе аванслауға тотондо.
Йома, 25 декабрҙән, Рәсәйҙең Пенсия фонды бүлексәләре — «Рәсәй почтаһы»на, бөгөндән кредит ойошмаларына (шул иҫәптән Һаҡлыҡ банкы) аҡса күсерә башланы», — тиелә унда.
Түләүҙе банк аша алған пенсионерҙарға ғинуар өсөн аҡса 29 декабрҙән күсерелә. Был пенсия алыу графигы 4 ғинуарға тиклем булған граждандарға ҡағыла.
4 ғинуарҙан аҡса ғәҙәти график буйынса таратыла.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы материалы буйынса.
Читайте нас: