Рух
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
26 Декабрь 2020, 23:57

Ҡыш бабай һәм Ҡарһылыуҙар – Талбазыла!

Бөгөн, 26 декабрь, Талбазының үҙәк урамдарында иң күңелле тамаша булды.

Ҡыш бабайҙар ейәнсәрҙәре Ҡарһылыуҙы эйәртеп, парад менән үтте. Араларында киләһе йыл символы – Үгеҙ, башҡа төрлө персонаждар ҙа тамаша ҡылыусыларҙы сәләмләне.
Парадта ҡатнашыусыларҙы ҡарарға төрлө йәштәге кешеләр йыйылғайны. Бигерәк тә балалар был тиклем Ҡыш бабай һәм Ҡарһылыуҙарҙы күреп шатлыҡлы ҡысҡырышты.
Яңы йыл геройҙары ЮХХДИ патруль автомобиле оҙатыуында музыка,бейеүҙәр менән мәҙәниәт һарайынан башлап, концерт майҙансығына тиклем килде. Бында алып барыусы Ҡыш бабай менән Ҡарһылыу барыһын да тәбрикләне. Һәр ауыл хакимиәтенән, ойошмаларҙан ҡатнашыусылар үҙҙәренең күңел асыу программаһы менән сығыш яһаны.
Яңы йыл байрамдарына старт биргән сара күңелле, онотолмаҫ тәьҫораттарға бай булды.
Был сара беренсегә генә үткәрелмәй, әлбиттә. Мәҙәниәт учреждениелары, мәктәп, балалар баҡсалары, башҡа предприятие-ойошмаларҙың хеҙмәткәрҙәре һәр ваҡыт әүҙем ҡатнаша.
Район хакимиәте сайты фотолары ҡулланылды.
Читайте нас: