Рух
-5 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
21 Декабрь 2020, 00:15

Балаларға аҡса нисек биреләсәк?

Башҡортостан буйынса Пенсия фонды бүлеге 7 йәшкә тилемге балаларға бирелә торған аҡсаны алыу тәртибен аңлатты

Фото: news.myseldon.com
17 декабрҙә үткән пресс-конференцияла В.Путин ете йәшкә тиклем балалары булған барлыҡ ғаиләләргә лә бер тапҡыр биреләсәк ярҙам тураһында хәбәр иткәйне. Башҡортостан Пенсия фонды бүлексәһе уны нисек алыу тәртибен аңлатты.
«Президент указына ярашлы, Рәсәй пенсия фонды ата-әсәләргә, уллыҡҡа, опекаға алыусыларға ғаиләләге ете йәшкә тиклем (ете йәшлектәргә лә) бер балаға биш мең һумлыҡ түләүҙе ғаризаһыҙ күсерәсәк», — тип аңлаталар Пенсия фонды матбуғат хеҙмәтенән.
Был түләүҙе алыу өсөн бер ергә лә мөрәжәғәт итергә кәрәкмәй. Пенсия фонды яҙ көнө һәм йәй көнө ҡабул ителгән ҡарар нигеҙендә тейешле сумманы күсерә.
Әгәр ҙә бала 1 июлдән һуң тыуған йәки ата-әсәләр алдағы түләүҙәргә ғариза бирмәгән осраҡта ғына ғариза кәрәк буласаҡ. Һәм ғаризала банк иҫәбенең реквизиттарын күрһәтергә кәрәк.
Өлгөрмәйбеҙ тип ҡурҡмағыҙ, ғаризалар өс ай дауамында, 1 апрелгә тиклем ҡабул ителә.
Шулай уҡ кемдең элекке банк иҫәбе ябылған, уларға ла ғариза яҙырға кәрәк.
Ғаризаны Дәүләт хеҙмәте порталында шәхси кабинет аша йәки Пенсия фондының клиент хеҙмәте күрһәткән урында бирергә була.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы материалы буйынса.
Читайте нас: