Термометр бағаналарындағы бүлемдәр аҫҡа табан төштө. Мәҫәлән, Ауырғазыла бөгөн, ял көнө уртаса – 25 градус күрһәтте. Яуым-төшөм булманы.
Төнөн һауа температураһы -23,-28°, урыны менән -34° булды.
Иртәгә, 21 декабрь, шулай уҡ яуым-төшөмһөҙ буласаҡ. Ел көньяҡ-көнбайыштан, уртаса тиҙлектә. Төнөн -20,-25°, урыны менән -27,-32° булыуы көтөлә, көндөҙ иһә -12,-17°, ҡайһы бер ерҙәрҙә -22°.
Тажлы зәхмәткә (коронавирус) һыуыҡ йоғонто яһармы?
Белгестәр әйтеүенсә, булған мәғлүмәттәр һәм үткәрелгән тикшереүҙәр вирустың күсеүе һауа температураһына бер нисек тә бәйле булмауын күрһәтә. Ауырыусылар һаны үҙгәреүе сатлама һыуыҡҡа ла, эҫегә лә ҡарамай икән. Вирус минус 40 градусҡа ла бирешмәй, тиҙәр.