Рух
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
19 Декабрь 2020, 20:42

Указға тағы ла үҙгәрештәр индерелде

Радий Хәбиров коронавирусҡа ҡаршы указға төҙәтмәләр индерҙе.

Бәлиғ булмағандарға ата-әсәләрҙән башҡа сауҙа үҙәктәренә барыуҙы тыйған пункт алып ташланған.
2020 йылдың 15 декабренән 2021 йылдың 18 ғинуарына тиклем түбәндәге тәҡдимдәр үтәлергә тейеш:
*Яңы йыл байрамына бәйле төрлө мәҙәни һәм спорт сараларын асыҡ һауала үткәреү рөхсәт ителә;
*Республика башлығы һәм Аксаков шыршы байрамдары уҙғарылмай, ә тейешле бүләктәр биреләсәк;
*Балалар баҡсаларында иртәлектәр ата-әсәләрһеҙ генә үткәрелә;
*Клубтарға тик район үҙәгендә генә эшләргә рөхсәт ителә;
*Дөйөм туҡланыу урындары иртәнге 06.00 сәғәттән төнгө 02.00 сәғәткә тиклем эшләй ала, яңы килеүселәрҙе төнгө 00.00 сәғәттән һуң индерергә ярамай;
*Бейеүҙәр тыйыла, музыка уйнатыу мөмкин. Залда 50-нән артыҡ кеше булырға тейеш түгел;
*Ҡала һәм район башлыҡтарына корпоративтар ойоштороу тыйыла, ведомствоға буйһонған ойошмаларҙа ла кисәләр үткәрергә ярамай.
Фото: Башҡортостан башлығының Бәйләнештә сәхифәһенән.
Читайте нас: