Төрөмбәтем! Баҫып Өршәк ярҙарына
Алыҫ-алыҫ ҡарайһың һин тауҙар аша.
Кемде көтөп тәҙрәләрен аса йорттар,
Кемде көтөп тирәк-талдар сафҡа баҫа?
Сафлыҡ менән тулышып торған һылыу ҡыҙҙай
Тау йүгерә ал яулығын һелкә-һелкә.
Ҡапыл күккә һикереп сыға алтын ҡояш,
Егеттәрсә күҙ уйнатып иркә-иркә.
О, ҡояшым! Баҡһа һиңә ауылым минең,
Уй, маҡсаты бергә ил,Ватан менән.
Өмөт юлы үтә һәр саҡ һинең аша,
Бәхет юлы һинең нур ул, - беләм, беләм...
Ер тетрәне тыңлап залпын “Аврора”ның,
Шыуып сыҡты ҡояш туптың көбәгенән,
Шыуып сыҡты тере, ҡайнар яра аша
Батырҙарҙың ҡояштан ҙур йөрәгенән.
Төрөмбәтем! Баҫып Өршәк ярҙарына
Алыҫ-алыҫ ҡарайһың һин тауҙар аша...
Аҙмы көбәк, шул ҡояшҡа күҙен төбәп,
Зәһәр бөркә күләгәгә ҡаса-ҡаса...
Мең-мең йөрәк типһә бергә – Ер күсереп
Бороп ҡуйыр, боҙҙан эрсеп бар ҡотопто.
Ауылғынам! Баҡ ҡояшҡа! Ватанға баҡ!
Бомбаларҙан ҡеүәтерәк йөрәк уты!