Рух
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
19 Декабрь 2020, 18:01

Сәләмәтлек. Күңел түгел, тән өшөһә...

Ҡайһы бер кеше сатлама һыуыҡта ла, йәйге селләлә лә йылына алмай ғазаплана...

Ҡайһы бер кеше сатлама һыуыҡта ла, йәйге селләлә лә йылына алмай ғазаплана. Бәғзеләрҙең бигерәк тә аяҡ-ҡулы өшөмтәл була, кемдеңдер ҡолағы, танауы өшөп бара. Һәр хәлдә, бындай билдәләрҙе күҙ уңынан ысҡындырырға ярамай, сөнки улар туранан-тура һаулыҡҡа бәйле.
Ғәҙәттә, аяҡ менән ҡул ҡыш көнө, аҙ хәрәкәтләнгән саҡта өшөй башлай: артериялар ҡыҫыла, аяҡ-ҡулда ҡан насар йөрөй, һөҙөмтәлә температура түбәнәйә. Әммә шул уҡ билдәләр ныҡ арыған, бик тулҡынланған, ғөмүмән, стресс кисергән осорҙарға ла хас. Сөнки стресс һыуыҡ ише тәьҫир итә: ҡан аяҡ-ҡулға бармай, тик мейегә йүнәлә. Йәнә “өшөү” яҡындағы берәй ҡорамалдың туҡтауһыҙ геүләүе арҡаһында ла барлыҡҡа килеүе ихтимал. Мәҫәлән, цехта дер һелкенеп, геү килеп торған генератор һәм насостар эргәһендә организмдағы ҡан әйләнеше норманан тайпыла.
Был осраҡта йылыныу өсөн иң тәүҙә тынысланып, хәл алырға берәй “тыныс” урынға күсергә кәңәш ителә.
Ә инде башҡа төрлө сәбәптәр арҡаһында өшөгән хәлдә мотлаҡ табипҡа мөрәжәғәт итеп, диабет анемияһы, ҡалҡан биҙе кеүек сирҙәргә тикшерелергә кәрәк.
Фото: Яндекс.Новости
Читайте нас: