Рух
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
19 Декабрь 2020, 18:41

Кәңәштәр.Күңел түгел, тән өшөһә...

Бәлки, түбәндәге кәңәштәр мәңге йылына алмай интеккәндәргә әҙме-күпме ярҙам итер:

Нормаль температуралы бүлмәлә ҡул өсөн 3-5 минутлыҡ йылы ванна яһағыҙ. Шунан һалҡын бүлмәгә күсегеҙ ҙә, ҡулығыҙҙы 10 минутҡа йылы һыуға тығығыҙ;
Эҫе һыуға 1 аш ҡалағы мәтрүшкә үләне, 2 аш ҡалағы онталған ҡара борос өҫтәгеҙ. Аяғығыҙҙы 10-15 минут шул һыуҙа тотоғоҙ.
Тышҡа сығыр алдынан табанығыҙға 3 минутҡа эҫе компресс һалығыҙ. Шунан 1 минутҡа һалҡын компресс яһағыҙ. Ике компресты бер нисә тапҡыр аралаштырығыҙ (тик мотлаҡ һалҡыны менән тамамларға кәрәк).
Әгәр күп ултырырға тура килһә, табанығыҙҙы тегеләй-былай борғолағыҙ, аяҡ бармаҡтарын ҡыбырлатығыҙ. Ҡулда иһә резина тупты ҡыҫҡылау файҙалы.
Тәмәкенән, араҡынан баш тартығыҙ, ҡәһүә эсеүҙе сикләгеҙ – уларҙың һәммәһе лә ҡан тамырҙарына насар тәьҫир итә. “Араҡы эсһәң, йылынаһың” тип раҫлау төптө ялған. Ул “йылы” барыбер тир менән сығып бөтә лә, тән температураһы, киреһенсә, түбәнәйә.
Витаминлы ризыҡты күберәк ашағыҙ. Һеҙгә бигерәк тә тимергә бай аҙыҡтар файҙалы: һыйыр ите, бауыр, кәбеҫтә, алма һ.б. Әфлисун һуты организмдың тимерҙе үҙләштереү һәләтен арттыра.
Майлы ризыҡ менән артыҡ мауыҡмағыҙ. Был ҡағиҙә һимеҙ балыҡҡа ғына ҡағылмай – уны аҙнаһына бер тапҡыр ашаһаң, ҡан әйләнеше яҡшырасаҡ ҡына.
Фото: kto-chto-gde.ru
Читайте нас: