Рух
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
19 Декабрь 2020, 13:43

Ғинуарҙа көн торошона яҡынса фараз

Рәсәйҙең Гидрометүҙәге синоптиктары 2021 йылдың ғинуар айында Башҡортостанда ниндәй көн торошо буласағы хаҡында фараз бирҙе.

Уралда, шул иҫәптән республикала, һауа температураһы климат нормаһынан 1 градусҡа юғары буласаҡ. 2021 йылдың ғинуарында республикала төндә -20 градус, көндөҙ -10-15 буласаҡ. Был айҙа яуым-төшөм аҙ буласаҡ тип фаразлана.
Башгидрометүҙәк хәбәр итеүенсә, 2021 йылдың ғинуарында һауа температураһының -14,8 градус булыуы көтөлә.
Күреүегеҙсә, үткән йыл менән сағыштырғанда,юғарыраҡ. Ҡар яуыуы көтөлмәй, көндөҙ -13, -18, төнөн -16, -21 градус буласаҡ.
Ысынлап та, шулай булырмы?! Күҙәтеп барығыҙ!
Фото: drive2.ru
https://newsbash.ru/ мәғлүмәттәренән.
Читайте нас: