Башҡортостан Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы хәбәр итеүенсә, 2020 йылдың һуңғы көнө, йәғни 31 декабрь, эш көнө бер сәғәткә кәметелә.
Рәсәй Федерацияһы Хеҙмәт кодексының 112-се статьяһына ярашлы, 1, 2, 3, 4, 5, 6 һәм 8 ғинуар – Яңы йыл каникулы, 7 ғинуар – Раштыуа – ял(байрам) көндәре итеп иғлан ителә.
Шулай итеп, Яңы йыл каникулына бәйле , 2021 йылдың 1-7 , 8, 9, 10 ғинуар көндәре ял көндәре булып тора.
Хеҙмәт кодексының 120-се статьяһы нигеҙендә, сираттағы йәки өҫтәмә түләүле отпуск ваҡытына тура килгәндә, 1, 2, 3, 4, 5, 6, 7 һәм 8 ғинуар отпуск көндәренә иҫәпләнмәй.