2019 йылда улар «Иң яҡшы социаль башланғыс» номинацияһында, 2020 йылда «Махус хеҙмәттәр өсөн» номинацияһында иң яҡшыһы тип танылды.
Республика ирекмәндәре был премияға «Башҡорт википедияһына 15 йыл» проекты өсөн лайыҡ булды. Әйткәндәй, премия өс йыл элек илдең тел төрлөлөгөн һаҡлауға булышлыҡ итеү маҡсаты менән булдырылған.
«Төп һүҙ» дөйөм Рәсәй проекттар конкурсы илебеҙҙең тел төрлөлөгөн һаҡлауға ярҙам итеүгә, Рәсәйҙә бөтә халыҡтарға, уларҙың телдәренә, ғөрөф-ғәҙәттәренә тигеҙ һәм ихтирамлы мөнәсәбәт булдырған шарттар, мөмкинлектәр тыуҙырыу эшен дәртләндереүгә йүнәлтелгән.
Маҡсаты – Рәсәйҙең үҙенсәлекле тел төрлөлөгөнә баҫым яһау, лауреаттарҙың илдең тел мираҫын һаҡлауға индергән тос өлөшөн билдәләү, шулай уҡ сит илдә рус телен үҫтереү.