Рәсәйҙәге иң заманса «Ҡарлуғас» электропоезын төбәккә һатып алырға һәм Өфөнән Магнитҡа тиклем даими рейстар ойоштороу мөмкинлеге ҡарала.
Ошо маршрут буйынса һынау рейсы үткәрелгән. Ул маршрутта булыуҙың иң ҡыҫҡа ваҡытын билдәләне. Өфөнән Мәскәү ваҡыты менән иртәнге 5-се 24 минутта ( 04 сәғәт 24 минутта ) ҡуҙғалған «Ҡарлуғас» Магнитҡа 10 сәғәт 13 минутта барып етә.
Электропоезда биш уңайлы вагон, уларҙа йомшаҡ кресло, биобәҙрәф һәм һауа кондиционеры бар. Ультрашәмәхә ярҙамында һауа ағымы зарарһыҙландырыла. «Ҡарлуғас» хәүефһеҙлек һәм уңайлылыҡтың бөтә заман талаптарына яуап бирә.
Маршрут Башҡортостандың туристик урындары аша үтеүен иҫәпкә алһаҡ, яңы рейс эске туризм үҫешенә лә булышлыҡ итәсәк. Мәҫәлән, танылыу яулаған тау саңғыһы курорты Абҙаҡ та ошо яҡта урынлашҡан.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы материалы буйынса..
Фото: «Башинформ» мәғлүмәт агентлығынан.