Рух
+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
17 Декабрь 2020, 17:52

БАШҠОРТОСТАН ЖУРНАЛИСТАР СОЮЗЫНДА ЯҢЫ РӘЙЕС

Башҡортостан Журналистар Союзының сираттағы 22-се съезында ойошманың яңы рәйесе итеп «Башҡортостан» гәзитенең баш мөхәррире Вәдүт Исхаҡов һайланды.

Башҡортостан Журналистар Союзының сираттағы 22-се съезында ойошманың яңы рәйесе итеп «Башҡортостан» гәзитенең баш мөхәррире Вәдүт Исхаҡов һайланды.
Был юлы журналистар форумы ЗУМ платформаһында ойошторолдо. Съезд делегаттарын республиканың Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы етәксеһе Максим Ульчев, Рәсәй Журналистар Союзы рәйесе урынбаҫары Алексей Вишневецкий сәләмләне.
«Йәшлек» гәзитенең баш мөхәррире, Журналистар Союзын оҙаҡ йылдар етәкләгән Артур Дәүләтбәков ойошманың һуңғы 4 йылда башҡарылған эштәренә йомғаҡ яһаны.
Съезда ижади ойошманың идарасы органдары ағзалары һайланды. Съезд делегаттары быйыл вафат булған журналистар Самат Ғәлин, Галина Заводникова, Илдар Насретдинов, Сергей Спатар һәм Наил Рәжәповты бер минут тынлыҡ менән иҫкә алды.
Сығанаҡ: https://bash.news/bash/news/
Читайте нас: