Рух
-5 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
16 Декабрь 2020, 23:04

Республикала иң матур һүҙҙе һайланылар

14 декабрҙә «Иң матур башҡорт һүҙе» проекты тамамланды.

Башҡорт теле йылын йомғаҡлау тантанаһында күпселек тауыш менән «Әсәй» һүҙенең һайланыуы билдәле булды.
1 ноябрҙә «Иң матур башҡорт һүҙе» проекты башланды. Республика халҡы ике аҙна дауамында үҙ варианттарын тәҡдим итте. Сайтҡа бөтәһе 1000-дән ашыу һүҙ килә.
Халыҡтың тауыш биреүе һөҙөмтәһендә төҙөлгн исемлек бына шундай (һүҙҙәр алфавит тәртибендә бирелгән):
Атай
2.Йөрәккәйем
3.Йән
4.Йәнтөйәк
5.Ҡот
6.Намыҫ
Өмә
Сабыр
Тылсымлы
Хыял
Һөйәм
Әсәй
Проектты ойоштороусылар – Башҡортостан Республикаһының Граждандар йәмғиәтенә булышлыҡ итеү фонды ярҙамында, шулай уҡ Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы һәм «Тамыр» балалар-үҫмерҙәр телеканалы хеҙмәттәшлегендә «Медиаформат» балалар-үҫмерҙәр үҙәге һәм «Телешко» балалар телевидениеһы мәктәбе. Уға республиканың дәүләт телдәрен, Башҡортостан халыҡтары телдәрен һаҡлау һәм үҫтереү өсөн республика Башлығы гранты аҡсаһы бүленгән. Проект авторы — Рөстәм Аҙнабаев.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы материалы буйынса әҙерләнде.
Фото: amanat.rbsmi.ru
Читайте нас: