Рух
+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
14 Декабрь 2020, 14:24

Радий Хәбиров республика халҡын Башҡорт теле көнө менән ҡотланы

Башҡортостан Республикаһы башлығы үҙенең социаль селтәренә Өфөнөң 44-се полилингваль мәктәбе уҡыусыларының республика халҡын байрам менән ҡотлап төшөргән видеотаҫмаһән урынлаштырҙы.

«Беҙ башҡорт телен уҡытыу методтарын яңырттыҡ, һәм, был рус телле кластағы балаларҙың йылмайыуы буйынса фекер йөрөткәндә – яңы ысулдар уларға оҡшай, — тип яҙа Радий Хәбиров. — Яңылыҡтың асылы шунда: мәжбүрилек кәм дәрәжәлә, уҡыусыларҙың уҡыуға ҡыҙыҡһыныуы тәбиғи. Был сара туған телде һаҡлау һәм үҫтереү эшендә һөҙөмтәле булыр тип ышанам».
Республика башлығы вазифаһын үҙенең посын башҡорт телендә ҡотлау менән тамамлаған: «Башҡорт теле көнө менән ҡотлайым!». Шулай уҡ республика хөкүмәтендә кәңәшмә ҡотлауҙан башланды.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, бөгөн Башҡортостанда байрам датаһына арналған бай программаһы көтөлә. «Башҡортостан» дәүләт концерт залында үтәсәк байрамда Башҡорт теле йылына йомғаҡтар яһала.
“Башинформ” мәғлүмәт агентлығы материалы буйынса әҙерләнде.
Фото: “Башинформ”.
Читайте нас: