Рух
+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
11 Декабрь 2020, 22:18

Боҙ өҫтөндә йөрөү хәүефлеме?

Район буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр комитеты хеҙмәткәрҙәре ирекмәндәр менән бергә һыу ятҡылыҡтары буйынса рейд үткәрҙе

Шундай һүҙ бар: иң хәүефһеҙ боҙ – ул кеше йөрөмәгән боҙ!
Район буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр комитеты хеҙмәткәрҙәре ирекмәндәр менән бергә һыу ятҡылыҡтары буйынса рейд үткәрҙе. Улар кешеләргә нәҙек боҙ өҫтөнә сығыуҙың хәүефле булыуы тураһында иҫкәртте.
Йыл һайын нәҙек боҙ кешеләр һәләкәтененң береһе булып тора. Улар араһында - балыҡсылар һәм балалар. Был осраҡтар өсөн дә хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен үтәү мөһим.
10 сантиметрҙан алып ҡалынлыҡта булған боҙ кеше өсөн хәүефһеҙ һанала. Йылға тамағында һәм ҡушылдыҡтарҙа боҙ артыҡ ныҡлы булмай. Тиҙ ағышлы урындарҙа, бәреп аҡҡан шишмә баштары, ағастар, ҡамыштарға яҡын урындарҙа шулай уҡ боҙ ҡаты булмай. Әгәр һауа температураһы өскөндән күберәк 0 градустан өҫтә булһа, боҙҙоң ныҡлығы 25 %-ҡа кәмей.
Рейд барышында балыҡсыларға һыуыҡ миҙгелдәрҙә һыу объекттарында үҙеңде тотоу ҡағиҙәләре, нәҙек боҙҙоң ҡурҡыныс булыуы тураһында аңлатылды. Үҙең менән ҡотҡарыу саралары йөрөтөргә кәрәклеген, төркөм менән йөрөгәндә айырыуса иғтибарлы булырға икәнлегенә иғтибар йүнәлттеләр.
Туңған йылға, күлгә барғанда осо ҙур итеп төйнәлгән һәм йөк аҫылған 20 — 25 метр оҙонлоғондағы ныҡлы бау алырға кәрәк. Шнурҙы һыуға төшөп киткән кешегә ырғытыу өсөн бау осондағы йөк ярҙам итәсәк, ә төйөн батып барған кеше уны ҡултыҡ аҫтына кейҙереп,ышаныслы итеп тотонһон өсөн кәрәк.
Һыу ятҡылығын төркөм менән аша сыҡҡан саҡта бер-берегеҙ араһында дистанция (5–6 м) һаҡлау мотлаҡ.
Тәүлектең ҡараңғы мәлендә, йәки томан, ҡар йәки ямғыр яуған ваҡытта боҙға сығырға ярамай.
Фото: sm-news.ru
Читайте нас: